13 декабрҙә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында шағирә Йомабикә Ильясова һәм прозаик Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ижад кисәһе уҙғарыла

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт — музейында, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәре — шағирә, РФ — ның БР — ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры ЙОМАБИКӘ ИЛЬЯСОВА һәм прозаик, тәржемәсе, БР — ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ГӨЛСИРӘ ҒИЗЗӘТУЛЛИНАларҙың 65 йәшлек юбилейы айҡанлы, уларҙың ИЖАД КИСӘҺЕ уҙғарыла. Был ике талантлы ҡәләм оҫтаһының ижад лабораторияһын өйрәнеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйып, оҫталыҡ дәресе форматында үткәрелгән сарала Өфө фән һәм технологиялар университетының «ШОҢҠАР» әҙәби ижад берекмәһендә (етәксеһе — Алмас Шаммасов) һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «ТУЛҠЫН» әҙәби ижад түңәрәктәрендә (етәксеһе — Гөлфиә Дәүләтҡолова) шөғөлләнгән студенттар, әҙибәләребеҙҙең ижадташ дуҫтары, әҙәбиәт белгестәре ҡатнаша.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

РӘХИМ ИТЕГЕҘ! Башлана 15.00. сәғәттә.

Әйткәндәй, Пушкин картаһы — ғәмәлдә. ☺️

Добавить комментарий