
14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. Шул айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы башҡорт телендә асылмалар (открыткалар) әҙерләне.