Мосолман донъяһында «Ҡотоп Йыһан» тип нарыҡланған шәхес Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына -190 йыл
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, ғалим, иман тәғлимәттәрен өләшеүсенең яҡты иҫтәлегенә арнап Республика әҙәбиәт музейы «Рухи мәғрифәтсенең башҡорт әҙәбиәтендәге образы» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының конференциялар залында ислам донъяһының күренекле шәхесе Зәйнулла Рәсүлев биографияһын архив мәғлүмәттәренә таянып өйрәнеүсе ғалимдар, тарихсылар сығыш яһаны.