Башҡорт сатирик яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе Ағиш Ғирфановтың тыуыуына 95 йыл

Ул 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).
Агиш Ғирфанов 1928 йылдың 14 апрелендә Салауат районы Таймый ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында урта мәктәп тамамлаған. 1942-1945 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый. 1950 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай, Әбйәлил һәм Учалы райондары мәктәптәрендә эшләй, 1959-64 йылдарҙа – «Һәнәк» журналында бүлек мөдире, 1964-66 йылдарҙа – радио һәм телевидение комитетының балалар редакцияһында, Башҡортостан китап нәшриәтенең балалар редакцияһында, хаҡлы ялға киткәнгә тиклем «Һәнәк» журналы редакцияһында эшләй.
Агиш Ғирфановтың “Артҡы ишектән” исемле тәүге китабы 1968 й. сыға. Башлыса сатира һәм юмор жанрында эшләй. Атмышынсы йылдарҙа ул үҙен шаҡтай өлгөргән прозаик итеп таныта. Быға уның «Һәнәк» журналында эшләүе ныҡлап ярҙам итә. Баҫма биттәрендә ул юмор һәм сатира әҫәрҙәре ижад итеү буйынса оҫталығын камилаштыра һәм үҫтерә. Был осорҙа нәҡ ошо йүнәлештәге хикәйәләрен, балалар өсөн «Мөғжизә» исемле повесть яҙа.
Башҡорт әҙәбиәтендәге тәүге сатирик романы — “Дан туртаһы” (1970) әҫәрендә яҙыусы ахмаҡлыҡтан, әхлаҡи әшәкелектән, ялғандан әсе көлә. “Яҙҙар ике килә” (1982) романы ғалим-агрохимиктар тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған. Н.Н.Носов, Л.Н.Толстой, А.П.Чехов әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Өфөлә һәм Таймыйҙа Агиш Ғирфанов йәшәгән йорттарға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған, тыуған ауылындағы урамға уның исеме бирелгән.
©Илүзә Шәйәхмәтова
(Фотолар БР Милли әҙәбиәт музейы фондынан алынды)

 

 

Добавить комментарий