Яҙғы хистәр

🍀

Элек педучилищелар бөтөн мәҙәниәт һәм мәғариф ҡатламының нигеҙе ине. Педучилище бөтөп килгән уҡытыусылар ауылдарҙың ғорурлығы, уның кимәлен күрһәтеүсе бер ҡатлам ине. Мәҫәлән, Сибай, Белорет педучилищелары тирә-яҡҡа бер дан булды. Унда уҡып сыҡҡан билдәле кешеләрҙең исемдәре бик ҙур теҙмә була ала.

💥Ҡыҫҡаһы, бөгөн Белорет педагогия колледжы ана шул боронғо данды кире ҡайтарып килә. Улар колледжды һәр яҡтан үҫешкән һәм заман талаптарына яуап биргән үҙәк итеп алмаҡсы. Был эште тормошҡа ашырыу планында беҙ ҙә бар булып сыҡтыҡ. Беҙ ул, тимәк, яҙыусылар. Ошо ниәттән әле апрель айында ғына ла икенсе төркөм яҙыусыларҙы осрашыуға саҡыралар. Һәм барыһы ла юғары кимәлдә әҙерләнә. Колледж директоры Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина студенттарына бына шундай фәһемле һәм тәрбиәүи сараларға мөмкинлектәр бирә. Шундай етәкселәргә, шундай уҡытыусыларға – дан!

⚡“Яҙғы хистәр” тип аталды әҙәби-музыкаль күрешеү. Йәғни, йәштәр менән тап уларға ҡыҙыҡлы булған темаларға һөйләшеүҙәр. Башта ете яҙыусыны ете төркөмгә дәрескә индерҙеләр. Дәресте яҙыусы алып барҙы. Миңә, мәҫәлән, беренсе курстар тура килде һәм, беләһегеҙме, шундай әүҙемдәр, төпсөнөп, төбөнә тоҙ һалып ҡуйырға яратыусандар — тын алырға ла бирмәнеләр. Һорауҙар араһында “Һеҙҙең үлгегеҙ килгәне бармы?”, “Ни өсөн яҙыусылар, шағирҙар йыш ҡына эскегә һалыша?”, “Яҙыусылар ысынлап иҫәр буламы ул?”, “Аҡса эшләй алмағас нимәгә яҙаһығыҙ?”, “Бына һеҙ беҙҙе, 18-19 йәшлектәрҙе, аңлайһығыҙмы?” тигән һымаҡтары ла булды. Шулай ныҡ мауыҡтыҡ, ки, саҡ туҡтатып алдылар. Һығымта: шәп йәштәр йыйылған колледжға, белемлеләр, ҡыҙыҡһыныусандар, күҙәтеүсендәр, ҡыйыуҙар, фекерлеләр. Һөйләшә, һорау бирә, диалог ҡора, бәхәсләшә, үҙ ҡарашын әйтә ала торған кешеләрҙән бына тигән уҡытыусылар сығасаҡ.

💫Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә хис-тойғоларға юл ҡуйҙыҡ: шиғырҙар уҡыныҡ, концерт номерҙары ҡараныҡ, мөхәббәт тарихтарын тыңланыҡ. Ә ҡайтҡанда үҙебеҙ рәхәтләнеп аралаштыҡ. Яҙыусылар өсөн был да бер бәхетле мәл ул.

Милли музей директоры

Миләүшә Ҡаһарманова
#НЛМРБ#НациональныйлитературныймузейРБ#БР_Миллиәҙәбиәтмузейы
#СоюзПисателейРБ

Добавить комментарий