АТАЙЫМДЫҢ ҺАЛДАТ ХАТТАРЫ» проекты

ГҮЗӘЛ ИБРАҺИМОВА-КОРНИЛАЕВА – ҒӘЛИ ИБРАҺИМОВТЫҢ ҡыҙы:
“…Атайым да ауыр юл үткән, әйткәндәренсә, Алыҫ Көнсғыштан Дрезденға тиклем юл үтә. Атайымды Педагогия институтының 1-се курсын тамамлағас, әрме сафына алалар, уның телдәр өйрәнеүгә һәләте була, ситтән тороп инглиз теле буйынса икенсе юғары белем ала, ҡытай телен дә өйрәнә. Атайым Ҡытайға диверсион группалар әҙерләй, ул ваҡытта унда ҡыҙыу нөктә була…”

“… Атайымдан: “Атай, ҡыйын булдымы һуғышта, ҡурҡыныс булдымы?”, тип һорауыма, ул:”Үтә ныҡ…”, тип яуап биргәне хәтерҙә. Ул батальондың парторгы була, бөтә һалдаттар траншеяларҙа йоҡлаған, ял иткән мәлдә, ул партияға алыу өсөн документтар әҙерләгән. Ә һуңынан батальондың замполиты була…”

“… Иғтибарҙы шуға йүнәлткем килә, атайым һуғышта көндәлектәр алып барған, бер өлөшөн беҙ китапҡа индерҙек, 3-4 юл булһа ла яҙып барған. Ул көндәлектәре тураһында ул шулай тип әйтер ине, көндәлектәрҙең башына ла яҙып ҡуйған – “Был көндәлектә минең ғүмерем киҫәктәре теркәлгән”.

Добавить комментарий