«АТАЙЫМДЫҢ ҺАЛДАТ ХАТТАРЫ» проекты

АНСАФ ӘБДЕЛНӘҒИМОВ – НАЗАР НӘЖМИҘЕҢ ейәне:
“Ҡартатай һуғышҡа 23 йәшендә итә. Ул оҙон һуғыш юлын үтә, бөгөн уның үткән юлын картанан ҡарарға мөмкин – Украина, Белоруссия, Эстония, Литва, Польша һәм Берлинғаса тиклем. Ул 31-се танк армияһында гвардия лейтенантына тиклем хеҙмәт итә. Күптәр ҡартатйымдың “Смреч”тың разведчигы булыуын белмәйҙер. ФСБ-ң Дан музейында уның фотографияһы тора, беҙ әле лә ысынында күп нәмәләрҙе белмәйбеҙ. Беҙҙең ғаиләне шул ғәжәпләндерә, шундай тормош юлын үтеп нисек шағир булп китергә мөмкин булғандыр…”

“Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә, беҙ, ысынлап та “Аҡлан”да үҫтек, ул шундай урын, унда фронтовик яҙыусылар Башҡортостан әҙәбиәтен, мәҙәниәтен күтәреү өсөн плацдарм әҙерләгәндәр. Улар бер урында тупланып йәшәнеләр, бер-береһенең ижадына тәнҡит күҙлегенән ҡаранылар, әммә бер-береһен хөрмәт тә иттеләр, сөнки улар юғары мәҙәниәтле кешеләр булдылар, аң даирәһе киң булды уларҙың. Уларҙың тәрбиәһен алған беҙ бөгөн юҡҡа ғына осрашып тормайбыҙ, сөнки ошонда йыйылған беҙ бөтәбеҙ ҙә бындай сараларҙың мөһим икәнен аңлайбыҙ…”

Добавить комментарий