Бөгөн бөйөк рус шағиры АЛЕКСАНДР СЕРГЕЕВИЧ ПУШКИНдың (1799й. йыл-1837 й.) тыуған көнө, был көн 2011 йылдан Рус теле көнө булараҡ та билдәләнә.

Пушкин шиғырҙары донъялағы бөтә телдәргә тиерлек тәржемә ителгән, шулай уҡ башҡорт шағирҙары РӘМИ ҒАРИПОВ, МОСТАЙ КӘРИМ, ҠӘҘИМ АРАЛБАЕВ, ӘСХӘЛ ӘХМӘТ-ХУЖА, АҪЫЛҒУЖА БАҺУМАНОВ, ТАМАРА ҒӘНИЕВА, ТАМАРА ИСКӘНДӘРИӘ, ГҮЗӘЛ СИТДЫҠОВА, АЙҺЫЛЫУ ЙӘҒӘФӘРОВА һ.б. тарафынан эшләнгән матур тәржемә өлгөләре бар.

ТОТҠОН

Ултырам ситлектә, ҡаҡмай керпек тә,
Ирекһеҙ иптәшем – бер йәш бөркөт тә,
Ян тәҙрәм төбөндә, ҡарғап донъяһын,
Ҡағына һәм суҡый ҡанлы ҡалъяһын.

Суҡый ҙа ырғыта, текләй тәҙрәгә,
Әйтерһең, бер уйҙы уйлай ул бергә.
Ҡарашы, тауышы ниҙер көткәндәй,
“Әйҙәсе, остоҡ!” тип әйтер киткәндә.

Беҙ ирек ҡоштары! Ваҡыт осорға,
Болттар артылып тауҙар ҡосорға,
Ундағы диңгеҙҙең күм-күк ситендә
Йөрөйөк һин дә … мин елдәр иркендә!..

(РӘМИ ҒАРИПОВ тәржемәһе)

ҠЫШҠЫ КИС

Күк йөҙөн буран томалай,
Ҡарҙы борҡотоп тулай;
Йә, йыртҡыстай, олоп ҡуя,
Йә, сабый кеүек, илай,
Йәиһә туҙған ҡыйыҡтың
Һаламын гөпөлдәтә,
Йә, аҙашҡан юлсы һымаҡ.
Тәҙрәне дөңкөлдәтә.

Беҙҙең иҫке аласыҡта
Күңелһеҙ һәм ҡараңғы.
Ниңә һин дә тымдың, ҡортҡам,
Тышҡа һирәк ҡарайһың?
Кәйефең әллә төштөмө
Был буран шашыуына.
Әллә серем итәһеңме
Орсоғоң тауышына?

Әйҙә әле, бер эсәйек,
Үкһеҙ йәшлек моңдашым,
Ҡой шарапты; ҡайҙа каса?
Шатлыҡтар китһен ташып:
Ҡасһын ҡайғы; йырла миңә
Бәхет ҡошо хаҡында;
Йырла: нисек бер ҡыҙ һыуға
Барған йәйҙең таңында…

Күк йөҙөн буран томалай.
Ҡарҙы борҡотоп тулай,
Йә, йыртҡыстай, олоп ҡуя,
Йә, сабый кеүек, илай.
Әйҙә әле, бер эсәйек.
Үкһеҙ йәшлек моңдашым,
Ҡой шарапты, ҡайҙа каса?
Шатлыҡтар торһон ташып.

(Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА тәржемәһе)

***

Хәтеремдә тылсым бөрккән һының :
Пәйҙә булдың — гүйә хур ҡыҙы,
Даһилыҡтай садә матурлығың —
Йөҙөп үттең өрфөй нур һыҙып.

Баҫып китте борсоу тулы эштәр,
Ғажизәнә итте һағышым,
Өҙөлөптәр күрҙем һине төштә ,
Хискә күмде наҙлы тауышың.

Йылдар үтте. Тормош бурандары
Хыялдарҙы ситкә тибәрҙе,
Онотторҙо наҙлы тауыш барын,
Хур ҡыҙындай садә сибәрҙе.

Төпкөлдәрҙә илһам- илаһиһыҙ,
Төҫһөҙ көндәр алды ҡосаҡҡа,
Күҙ йәштәрһеҙ, мөхәббәтһеҙ, һынһыҙ —
Тотҡондағы һалҡын усаҡтар.

Бына күрҙем йәнә зифа һының:
Пәйҙә булдың — гүйә хур ҡыҙы,
Даһилыҡтай садә матурлығың,
Йөҙөп үттең өрфөй нур һыҙып.

Шундай татлы йөрәк ҡағыштарым,
Илһам-илаһ, янып-көйөүҙәр,
Өр-яңынан өҙә һағыштарым,
Күҙҙә — йәшем, йәшәү, һөйөүҙәр.

(ГҮЗӘЛ СИТДЫҠОВА тәржемәһе)



https://storage.bash.news/F/0/0/F00246F1D6388E5F.mp3

Добавить комментарий