
Бүләкова Ғ.М.,
филол. ф. к., М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире.
(Научно-иследовательская и литературная деятельность писателя-фронтовика, литературоведа Г.Рамазанова по изучению жизни и творчества М.Гафури)
Күренекле башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғилемдар Йыһандар улы Рамазановтың башҡорт әҙәбиәте тарихы, әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит өлкәһендәге эшмәкәрлеге Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры булған Мәжит Ғафури исеме менән тығыҙ бәйләнгән. Билдәле булыуынса, 1941 йылдың аҙағында Совет армияһы сафына алынып, 1942 йылдың майынан алып Бөйөк Ватан һуғышының утлы яу юлдары аша үткән Ғилемдар Рамазанов хәрби батырлыҡтары өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Ғ.Рамазанов К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт институтының тел-әҙәбиәт факультетына уҡырға инеп, уны 1949 йылда уңышлы тамамлағас, бер йыл Бөрө уҡытыусылар институтында уҡытыусы булып эшләп ала. Артабан Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында уҡый һәм 1953 йылда “Башҡорт шиғриәтендә совет кешеһе образы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Үҙенең тикшеренеүҙәрендә йәш ғалим яңы осор – совет осоро әҙәбиәтенең формалашыуына ҙур өлөш индергән Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғырҙарын өйрәнеүгә лә ҙур урын бирә. Тап ошо күренеш уға артабанғы ғилми эшмәкәрлегендә ҡайта-ҡайта Мәжит Ғафури ижадына мөрәжәғәт итергә этәргес була ла инде. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Ғилемдар Рамазанов 1953 йылда ул ваҡыттағы СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалына ҡараған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының (хәҙер Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениһы Почет билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) әҙәбиәт һәм фольклор секторында ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Тик унда ике йыл эшләгәс, йәғни 1955 йылда Коммунистар партияһының Башҡортостан өлкә комитеты тарафынан ул “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш редакторы итеп тәғәйенләнә. Ә инде 1958 йылда ул яңынан ғилми эшкә ҡайта һәм 25 йыл буйы, йәғни ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй. (Әйткәндәй, был юлдарҙың авторына 80-се йылдар урталарында олуғ ғалим һәм билдәле шағир менән бер коллективта, хатта бер үк бүлектә – филология фәндәре докторы Ғ.Б.Хөсәйенов етәкләгән башҡорт әҙәбиәт бүлегендә бергә эшләү бәхете тейҙе. Хатта 1989 йылда БДУ-ның ғилми советында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған ваҡытта ул минең ғилми оппонентым булараҡ та сығыш яһаны).
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынында эшләгән йылдарының тәүге осоронда әҙәбиәтсе-ғалим, план буйынса төрлө йүнәлештә алып барылған ғилми эштәрҙән тыш, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадын төрлө аспектта өйрәнеүҙе дауам итә. Оҙаҡ йылдар эҙмә-эҙлекле рәүештә алып барылған ғилми эҙләнеүҙәрҙең һөҙөмтәһе бик яҡшы була: 1966 йылда Ғилемдар Йыһандар улы СССР Фәндәр академияһының Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан Көнсығышты өйрәнеү институтының ғилми советында “Мәжит Ғафури ижады” тигән темаға яҙылған докторлыҡ диссертацияһын бик уңышлы яҡлай. Әйткәндәй, был ғилми эш, илебеҙҙең баш ҡалаһында филология фәндәре буйынса яҡланған тәүге диссертацияларҙың береһе булараҡ, башҡорт әҙәбиәте ғилми тарихына ла инеп ҡала.
Мәжит Ғафури ижадын тәүгеләрҙән булып хронологик һәм тематик бәйләнештә тикшергән йәш ғалим Ғилемдар Рамазанов үҙенең был ғилми-тикшеренеү эшендә шундай мөһим һығымталар яһай: “Мәжит Ғафуриҙың ижад мираҫында беҙ халыҡсан яҙыусының ике туғандаш әҙәбиәткә, ике туғандаш халыҡҡа хеҙмәт итеүенең гүзәл мираҫын күреп үттек. Ғафури тураһында һөйләү – революцияға тиклем үҙе хаҡында үҙ телендә художестволы әҙәбиәттә һөйләй алмаған башҡорт халҡының элекке ҡараңғы һәм бөгөнгө гүзәл яҙмышы тураһында һөйләү тигән һүҙ. Ғафури тураһында һөйләү – йәш башҡорт совет әҙәбиәтенең тәүге аҙымдары, уның формалашып һәм үҫеп китеүе, был әҙәбиәттең иң яҡшы традициялары тураһында һөйләү тигән һүҙ. Ғафури тураһында һөйләү, шуның менән бергә, XX быуаттың тәүге утыҙ йыллығында башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҫешендәге ҡатмарлы процестар, ҡыҙыҡлы һәм һабаҡтарға бай әҙәби хәрәкәт тураһында һөйләү тигән һүҙ” [2, 436].
50-60-сы йылдар дауамында үҙен талантлы шағир булыу менән бергә, киң ҡарашлы әҙәбиәт белгесе лә итеп танытҡан Ғ.Рамазанов М.Ғафури ижады буйынса үҙенең тикшеренеүҙәрен дауам итә һәм был йүнәлештә бер нисә монография сығарыуға өлгәшә. Атап әйткәндә, 1965 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә уның 19 баҫма табаҡтан торған “Мәжит Ғафури ижады” тигән ҙур күләмле монографияһы донъя күрә [2]. Был хеҙмәтте, ғөмүмән, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булған М.Ғафури ижады менән күп милләтле илебеҙҙең әҙәбиәт һөйөүселәрен яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында, билдәле тәржемәсе булараҡ танылыу алған Р.Б.Ахмедов рус теленә тәржемә итә, һәм китап 1970 йылда шул уҡ Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыға [3].
Үткән быуаттың 70-се йылдар урталарында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, М.Ғафуриҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, уның һайланма әҫәрҙәренән торған 4 томлыҡ академик баҫманы әҙерләү менән мәшғүл була. Бында ла Ғилемдар Йыһандар улы ең һыҙғанып эшләй, томдарға баш һүҙ яҙа, аңлатма-һүҙлектәр төҙөй.
Әлбиттә, совет осоронда Мәскәүҙә китап сығарыу бик еңелдән булмай. Шулай ҙа Ғ.Рамазановҡа был өлкәлә лә уңыш йылмая: 1980 йылда Мәскәү ҡалаһының “Советская Россия” нәшриәтендә уның “Мажит Гафури: Очерк жизни и творчества” тигән китабы 10000 дана тираж менән донъя күрә [4]. Был монографик пландағы ғилми хеҙмәттәр хаҡында билдәле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Рәиф Әмиров былай тип яҙа: “М.Ғафури ижады Ғ.Рамазановтың хеҙмәттәрендә (1965, 1970, 1980 йылдарҙа сыҡҡан монографияларҙа) башҡорт мәғрифәтселәре традицияларының яңы шарттарҙа дауам итеүе һәм егерменсе быуат башындағы әҙәбиәттең киң үҫеш фонында тикшерелә. Шағир ижадындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы шымартып күрһәтмәйенсә, автор төп линияны – халыҡҡа хеҙмәт итеү юлын ныҡлап тикшерә, дөйөм демократик позицияларҙан критик һәм социалистик реализмға таба үҫеште күҙәтә. Ғафури ижадын башҡорт совет әҙәбиәтенең дөйөм үҫеш процесында тикшереү поэзияла гражданлыҡ традицияларының күсәгилешлеге һәм новаторлыҡ өлкәһендәге актуаль проблемаларҙы күтәреүгә килтерә” [1, 8].
Үрҙә әйтеп кителгәнсә, шағир, ғалим, әҙәбиәт белгесе Ғилемдар Йыһандар улы Рамазанов үрҙә күрһәтелгән бөтә ғилми хеҙмәттәрендә лә халыҡ шағирының әҫәрҙәрен уның тормош юлы менән тығыҙ бәйлелектә тикшерә. Ысынлап та, яҙыусының тормош юлы – уның әҫәрҙәрендә, тиҙәр бит. Бигерәк тә Мәжит Ғафури һымаҡ халыҡ шағирыныҡы. Был турала Ғ.Рамазанов “Бөйөк революцион дауылдарҙың шаһиты һәм ҡатнашыусыһы булған Ғафури ысын-ысындан халыҡ шағиры ине һәм ул үҙ әҫәрҙәрендә хеҙмәтсән массаларҙың яҙмыштарын, шатлыҡ һәм ҡайғыларын улар йәшәгән ҡатмарлы дәүер – егерменсе быуаттың тәүге утыҙ йыллығы шарттарында кәүҙәләндерҙе,” – тип яҙа [5, 3].
Мәжит Ғафуриҙың тормош юлын тулыраҡ яҡтыртыу маҡсатында, Ғ. Рамазанов “Мәжит Ғафури. Халыҡ шағиры хаҡында китап” тип аталған документаль-биографик йүнәлешле әҫәр яҙа, һәм ул 1991 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыға [5]. Китаптың аннотацияһында ла, баш һүҙендә лә уның жанры тураһында аныҡ ҡына айырып әйтелмәй. Күренеүенсә, автор уны “китап” йәки “әҫәр” тип кенә нарыҡлай. Шулай ҙа беҙ уны документаль-биографик әҫәр тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ. Был турала Ғ.Рамазанов үҙе лә китаптың баш һүҙендә: “Был әҫәр – халыҡ шағирының тормош юлын тулыраҡ сағылдырыуға тәүге ынтылыш. Әҫәр өҫтөндә эшләгәндә Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының Дәүләт архивтары, М.Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейында һәм тыуған ауылы Елемҡарандағы йорт-музейындағы сығанаҡтарҙан, шағирҙың үҙенең һәм замандаштарының иҫтәлектәренән файҙаланылды,” – тип күрһәтеп китә [5, 3]. Был әҫәрҙең документаль-биографик йүнәлешле булыуы шуның менән дә билдәләнә: унда Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың замандаштары һәм фекерҙәштәре булған Ҡазандағы “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһе мөдәрисе, танылған ғалим һәм дин әһеле Ғәлимйән Баруди, күренекле революционер, большевик Хөсәйен Ямашев, шағирҙың ҡатыны Зөһрә ханым, татар халҡының бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡай, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе етәксеһе Зыя Камали, киләсәктә үлемһеҙ шағир булып таныласаҡ Шәйехзада Бабич,ул саҡта әҙәбиәт донъяһына яңы аяҡ баҫҡан Ғәлимйән Ибраһимов, Сәғит Сүнчәләй, Сәғит Рәмиев, Нәҡи Иҫәнбәт, Ғариф Ғүмәр, Сәйфи Ҡудаш, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш һымаҡ йәш ҡәләм оҫталары, совет власы өсөн көрәштең алғы сафында барыусы Шәһит Хоҙайбирҙин, Әхмәтзәки Вәлиди һымаҡ тарихи шәхестәр образына ҙур ғына урын бирелә.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Мәжит Ғафури ижадын башҡорт әҙәбиәт белгестәре араһында ғына түгел, тотош ил гафуроведтары араһында ла, Ғ.Рамазанов һымаҡ, төплө, төрлө яҡлап, иң мөһиме, бер нисә тиҫтә йылдар дауамында үҙенең бөтә ижад көсөн биреп өйрәнгән әҙәбиәт белгестәрен табыу ҡыйын.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы киң билдәләнгән, Рәсәй Президенты В.В.Путин тарафынан Хәтер һәм дан йылы итеп иғлан ителгән йылда яҙылған был ҙур булмаған мәҡәлә беҙҙең аранан бик иртә киткән яугир-шағир, күренекле әҙәбиәт белгесе, ғүмеренең аҙағынаса М.Ғафури мемориаль йорт-музейының яҡын дуҫы булып ҡалған, уның фондында бөтә хеҙмәттәре лә ҡәҙерләп һаҡланған Ғилемдар Йыһандар улы Рамазановтың ҡәберенә бер шәлкем яҡты нур булып төшһөн ине.
Ҡулланылған әҙәбиәт
- Ғилемдар Рамазанов. Библиографик күрһәткес/ Төҙөүсеһе Ф.Ғ.Тимиршина. – Өфө, 1983. – 108 б.
- Рамазанов Ғилемдар. Мәжит Ғафури ижады. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. – 448 б.
- Рамазанов Г.З. Творчество Мажита Гафури/ перевод с башкирского Рима Ахмедова. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1970. – 303 с.
- Рамазанов Г.З. Мажит Гафури: Очерк жизни и творчества. – М.: Сов. Россия, 1980. – 160 с. – (Писатели Советской России).
Рамазанов Ғилемдар. Мәжит Ғафури. Халыҡ шағиры хаҡында китап. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. – 224 б.
© Бүләкова Ғ.М., 2020