Башҡортостандың халыҡ шағиры, публицист, драматург МӘЖИТ ҒӘФУРИ (АБДУЛҒАФУРОВ ҒӘБДЕЛМӘЖИТ НУРҒӘНИ улы) тыуыуына 143 йыл.

ЯМҒЫР

Күкрәй күк, йәшнәй йәшен,
Ҡара булып ямғыр килә.
Ҡибла яҡтан ел иҫә,
Ҙур — ҙур болоттар эркелә.
«Беҙҙең ауылға, баҫыуға
Килһен ине шул болот! —
Тип теләйҙәр һәммә
Януарҙар, игендәр, бер булып.
Күп тә үтмәй, тамсылары
Тамсылай ҙа башланы,
Бер минут та үтмәне,
Ерҙе сылатып ташланы.
Ә тигәнсе гөрләүектәр
Аҡты ерҙән күл булып,
Салауат күпере яһалды,
Һары, ҡыҙыл, ал-гөл булып.
Ямғыр үткәс, ялтырай
Ҡояшҡа ер йөҙө,
Ямғыр артынан балалар
Йүгерешеп уйнап йөрөй.
Күк йөҙөнән — ергә, ерҙән
Күккә табан нур аша,
«Был яуын түгел, был — икмәк», —
Тип, халыҡ шатлана.
Ҡалды үләндәр башында
Ынйы төҫлө тамсылар,
Ялтырай ҡояшҡа ҡаршы
Аҡ, матур ваҡ тамсылар.

МӘЖИТ ҒАФУРИның китаптары Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡлана.

Добавить комментарий