Күренекле скульптор, рәссам (Бөрө ҡалаһында Һәҙиә Дәүләтшинаға ҡуйылған бюстың авторы) Ғүмәр Мөхәмәтшин.
Алға әйҙәүсе шәхес.
Совет халҡына, Коммунистар партияһына, Туған илебеҙгә даны бөтә аңлы ғүмерен бағышлаған ҡаһарман яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина образы инде егерме йыл миңә тынғы бирмәй. Уға ҡағылышлы бер генә материал да иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уның бөтә фотоһүрәттәренән ышаныслы копиялар алынды. Бәхеткә ҡаршы, Һәҙиә апай иҫтәлеген күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған Гөлйәүһәр инәйҙә, уларҙың туған-ҡәрҙәштәрендә һәм ваҡытында аралашып йәшәгән замандаштарында бик күп һүрәттәре бар ине. Рәссам өсөн бының ниндәй бәхет икәнен белһәгеҙ икән! Һаҡлаусыларға мең рәхмәтем!
Мин ялҡынлы патриот Һәҙиә Дәүләтшина образын һынлы сәнғәттең ауыр, әммә гүзәл төрө булған скульптурала бөтә тулылығы менән кәүҙәләндереү эшенең еңелдән булмаҫын аңлай инем, әлбиттә. Ләкин арыҫландай ирҙәр шикелле, бөйөк маҡсат менән йәшәгән, теләһә ниндәй шартта ла ысын кеше булып ҡала алған Һәҙиә апай алдында мин үҙемде бурыслы тойҙом, уның скульптур портретын тыуҙырыуҙы үҙемдең намыҫ эшем итеп ҡараным, уның иҫтәлеген мәңгеләштерергә үҙ-үҙемә ант иттем.
Бар булмышым менән ошо эшкә көйләнеп алғас, уның портретын ҡайһылайыраҡ эшләргә тигән оҙайлы һәм тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр башланды. Эш барышын дуҫтарым күреп-белеп торҙо, бигерәк тә Һәҙиә апайҙы яҡындан белгән оло быуын кешеләре үҙ фекерҙәре, теләктәре менән миңә ҡеүәт бирҙеләр, дәрт өрҙөләр. Улар кәңәш иткәнсә мин яҙыусының халыҡ менән берлеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға тырыштым.
Ниһайәт, Һәҙиә Дәүләтшина портреты менән күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, уны йәмәғәтселек һәм тамашасылар хөкөмөнә сығарҙым. Шулай итеп, был эшем дөйөм эшкә әүерелде. Күргәҙмә ябылғас, ул Өфөләге М. В. Нестеров исемендәге художество музейына алынды.
Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған эшем ошонда тамамланырға тейеш кеүек ине. Ләкин, ни сәбәптәндер, эске ярһыуым баҫылманы, мин һаман уйланыуымда, эҙләнеүемдә булдым.
Нәҡ шул саҡта, 1977 йылда, Бөрө ҡалаһынан Һәҙиә Дәүләтшинаға һәйкәл һалыуға заказ килеп төштө. Шулай итеп, был эш тағы ла яуаплыраҡ төҫ алды. Сөнки ул һәйкәл — портрет туранан — тура халыҡ араһына, ҡала майҙанына сығарыла ине. Икенсенән, скульптура сәнғәте архитектура сәнғәте, тирә — йүн менән бер бөтөн тәшкил итергә тейеш булды. Артабан инде архитектор Э. В. Павлова менән бергә эшләй башланыҡ. Өс йыл тигәндә, Һәҙиә Дәүләтшина скульптураһы Бөрө ҡалаһында үҙ урынын алды.
Һүҙемде тамамлап, шуны ғына әйткем килә: Һәҙиә Дәүләтшина образы миңә һаман тынғы бирмәү генә түгел, ул, шәхес булараҡ, ҡайҙалыр әйҙәй ҙә әйҙәй. Уның скульптураһының яңы варианты ла тыуҙы. Унда мин яҙыусының нәҡ ошо сифатын сағыуыраҡ кәүҙәләндерергә тырыштым. Һәм — йәшермәйем — Өфө ҡалаһында яҙыусы исемен йөрөткән урамда ул да уңайлы бер урында ҡуйылыр тигән өмөт — хыялда йөрөйөм.
