Башҡорт ҡатыны.
Уралымдың сикһеҙ хазинаһы,
Балҡып ята алмас, алтыны,
Тик алмастан, алтынынан ҡиммәт
Аҫылташ ул — башҡорт ҡатыны.
Тарихыбыҙ ҡанға батҡан мәлдә
Fазаптарҙы күпме татыны —
Дошмандарға йәшен күрһәтмәне,
Бирешмәне башҡорт ҡатыны.
Хәйләләргә артыҡ оҫталыҡ юҡ,
Телебеҙ ҙә ҡай саҡ ҡатылыр,
Тик изгелек — ҡандан килгән сифат,
Тоғролоҡло башҡорт ҡатыны.
Һынағанда яҙмыш рух ныҡлығын,
Йән һаҡлаған кемдер һатылып,
Утта янған, ләкин суҡынмаған
Иман һаҡлап башҡорт ҡатыны.
Улҡайҙары яуға киткән саҡта,
Уртҡайҙары ҡара ҡан тулы,
Еңеп ҡайт, тип, илде һаҡла, тиеп
Фатихалай башҡорт ҡатыны.
Юғалмауы ҡиммәт быуаттарҙа
Башҡорт тигән исем-атының,
Бының өсөн мең-мең һиңә рәхмәт,
Бөйөк әсә — башҡорт ҡатыны!
Гузәл Ситдиҡова.
