
2023 йылда уҡытыусы һәм остаз йылына арнап Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы шағирә, ғалимә, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар Союзы ағзаһы Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙының ижади эшмәкәрленә арналған «Шағир. Уҡытыусы. Остаз» исемле сара үткәрҙе.
Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы милли мәктәптәрҙә рус теле уҡытыу методикаһы, милли мәктәптәр өсөн рус теле дәреслектәре авторы. Һуңғы йылдарҙа сит илдән Рәсәйгә килеүсе эмигранттар өсөн рус теле буйынса уҡыу әсбаптары яҙа. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан өсөн 20 фән кандидаты әҙерләп, фән юлына сығарған. Уның педагогия буйынса ғилми хеҙмәттәре мәғариф өсөн мөһим әсбаптарҙан һанала.
Сарала Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев, Гөлфиә Юнысова, шағирәләр Рәзилә Ҡотлогилдина, Әлфиә Әсәҙуллина, Лилиә Мирза, шағир-журналистар Миләүшә Ҡаһарманова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, билдәле ғалимдар Миңдебай Юлмөхәмәтов, Миңһылыу Усманова һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

