Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуыуына 143 йыл.

2- се август Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың тыуыуына 143 йыл, М. Ғафуриға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелеүгә 100 йыл, БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы — Мәжит Ғафуриҙың мемориаль — йорт музейы асылыуға 75 йыл тулыуға арнап үткәрелгән сара гөрләп үтте. Шиғриәт байрамында М.Ғафуриҙың шиғырҙары, шағир тураһында иҫтәлектәр, йырҙар яңғыраны.

Бик йылы, ихлас шарттарҙа үткән байрамды БР Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина асты. М.Ғафури ижадын өйрәнеүгә үҙ өлөшөн индергән әүҙем замандашыбыҙ, ғалим, филология фәндәре кандидаты Сибәғәтов Флюр Шәрифулла улы М.Ғафури ижады тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр палатаһы рәйесе Ғәзизова Зарина Шәүҡәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Киров районы мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлеге начальнигы Хәбибназарова Р. З., Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Сәлимов М. Ш., Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Ситдыҡова Г. Р., БР Милли архивы директоры урынбаҫары Сәлимов Н.Б., «Башҡортостан уҡытыусыһы » журналы мөхәррире Кәримов С.Ғ., М.Ғафури исемендәге фонд рәйесе Камаева Л.М., алыҫ Сургут ҡалаһынан Финанс-дәүләт академияһы директоры Латыпов Р. Р., М.Ғафуриҙың яҡташтары, туғандары, шағирҙың ижадын яҡын күргән әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Талантлы композитор, шағир, яҙыусы Рәмил Мөхәмәтхәй улы Ғимранов (Ғимрани) М. Ғафури ижадын әүҙем таратҡан өсөн 2023 йылда Мәжит Ғафури мәҙәниәт фонды тарафынан М.Ғафури исемендәге премияға һәм миҙалға лайыҡ булды.
Шулай уҡ бөгөнгө шиғриәт байрамында оло, тәжрибәле яҙыусылар, шағирәләр менән бер рәттән йәш ижадсылар ҡатнашыуы үҙе бер мәртәбә булды. Йәш шағир, үҙенсәлекле ҡәләмле ижадсы Айбулат Сәсәнбаев, йәш шағирәләр Айгөл Йәмилова, Зөһрә Рәхмәтуллиналар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡынылар, Ильяс Айытбаевтың гитараға ҡушылып йырлауы байрамға йәм өҫтәне.
М.Ғафури ижадында илһөйәрлек, патриотизм, М.Ғафуриҙың «Мин – ватансы» китабы тураһында әңгәмәне М.Ғафуриҙың туғаны, Советтар Союзы Геройы Камил Лотфрахман улы Мерәсов йомғаҡлап ҡуйҙы.
З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте был сарала ҡатнашыусыларға үҙенең баҫма продукцияһын тәҡдим итте.
Сара аҙағында М.Ғафуриҙың “Үҙем һәм халҡым” шиғырын күмәкләп уҡығас, шағирҙың һәйкәленә һәм ҡәберенә барып сәскәләр һалыу ойошторолдо.

Добавить комментарий