Ҡара аҡҡоштар. Ғәлим Дәүләди.

Ҡара аҡҡоштар.

Ғашиҡтар табыша тиҙәр
Сәскәле яҙын.
Беҙгә иһә һаҡлаған шул
Көҙ генә наҙын.
Буш ҡалған бар эскәмйәләр,
Тын ҡомло юлдар.
Күҙ ҡарашыбыҙҙан танып
Ымлаймы улар?
Бар тәбиғәт тынлыҡ көтә,
Йоҡоға талып.
Беҙ генә юлға сыҡҡанбыҙ
Һуңғараҡ ҡалып.
Ғүмер баҡый аймылышҡан
Уртаҡ яҙмыштар.
Күлдә йөҙә ағы түгел —
Ҡара аҡҡоштар.
Көндәре лә ҡыҫҡарҙылар,
Һүнәләр бик тиҙ.

Күреп туялмайым һине, 

Түҙеп ҡара, түҙ!

Ул арала япраҡ үбеп

Һибәләй ямғыр.

Бындай көндә мөхәббәтһеҙ

Кемдәр йәм табыр?

Икебеҙ ҙә йыш ҡарайбыҙ

Ҡара аҡҡошҡа:

Муйыны — һорау билдәһе 

Беҙҙең яҙмышҡа.

Добавить комментарий