МӨХӘММӘТША БУРАНҒОЛОВ тураһында иҫтәлектәр.

Әхмәт Лотфуллин. СССР Художество академияһының академигы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

Яҡты исеме алдында баш эйәм.

Мөхәммәтша Буранғоловты мин башҡорт халҡының иң уҙаман, иң бөйөк улдары менән бер рәттән ҡуйыр һәм уны халҡыбыҙҙың рухи сағылышы тип әйтер инем. Ул — республика кисергәндең бөтәһен дә кисергән оло йөрәкле шәхес, ысын талант эйәһе.
Был портретымда мин уның тышҡы ҡиәфәтен генә түгел, эске тәбиғәтен, үҙенә генә хас булмышын да сағылдырырға тырыштым. Маҡсатыма ниндәйҙер кимәлдә өлгәшә алһам, оло шәхестең исемен мәңгеләштереүгә мин дә өлөш индерҙем, тип ҡыуанасаҡмын.
Портрет яңы түгел. Мин уны алтмышынсы йылда яҙғайным. Билдәле сәбәптәр арҡаһында уны халыҡҡа күрһәтеп булманы. Хатта Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә Союз күргәҙмәһенән дә алдырып ташланды. Мөхәммәтша Буранғоловтың нахаҡҡа рәнйетелеү шауҡымы уның портретына ла ҡағылды. Уның фажиғәһен бер ни тиклем мин дә татыным.
Ләкин заманалар яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Хаҡлыҡ тантана итте. Бөгөн оло сәсәндең һүнмәҫ һәм һүрелмәҫ ижады, туған халҡына ҡалдырған яҡты мираҫы алдында баш эйәм.

Добавить комментарий