
Ғайса Хөсәйенов.
Йырсы шағир.
…Хәҙерге Октябрь проспектенең тәүге кварталдарында төҙөлгән беренсе йорттарҙа йәшәй башлаған саҡ. Күршебеҙ Ҡадир Даян менән Зәкиә ханымдарға инеү була, асыҡ йөҙлө, яҡты сырайлы хужалар менән хәл-әхүәл һорашырға, яңы квартираның матурлығына, уңайлылығына һоҡланырға ла өлгөрөп бөтә алмайһың, табын янында инде поэзия, йыр тураһында дуҫтарса әңгәмә сыға, бәхәстәр ҙә ҡыҙа башлай. Ҡадир Даян бер юлы килгән шатлыҡтарынан тағы ла ҡыуанып, дәртләнеп яңы шиғырҙарын уҡып курһәтә. Үҙе ниндәйҙер бер сабырһыҙлыҡ менән һинең фекереңде көтә, әгәр инде шаяртып ҡына яуап бирһәң, хәтере ҡалған бала төҫлө үпкәләргә тора, ә инде ысын йөрәктән сыҡҡан шиғри һүҙҙәренә һоҡланып уны бер йөпләп ҡуйһаң йә әҙ генә йылы һүҙ ысҡындырһаң да уның кинәнесе хәттән аша. Ана, ул аккордеонға тотона, музыка тактына артыҡ диккәтләнмәҫтән үҙенең асыҡ һәм көслө тауыш менән берәй моңло башҡорт көйөн йырлап ебәрә.
Бына бер килке тағы звонок шылтырай һәм өй ҡотлар өсөн килеүсе композитор Таһир Кәримов менән шағир Хәким Ғиләжевтың ишек аша шат тауыштары ишетелә. Улар килеү менән былай ҙа түңәрәк табын йәнә түңәрәкләнә төшә. Шиғыр укыу, поэзия, музыка тураһында сәмле бәхәстәр китә. Таһир Кәримов ҡулдарында аккордеон ҡош кеүек үҙ тәбиғәтендә һайрарға тотона, уға Ҡадир Даяндың баритоны, Хәким Ғиләжевтың басы ҡушыла. Ошо мәл шағир квартираһы төптө йыр һәм музыка менән тулғандай була, ошо моңдар ниндәйҙер өҫтәмә биҙәктәр алып яңы ноталарға һалыныр, һүҙҙәр өр-яңы шиғри юлдарға йүгерер төҫлө тойола.
