ҒАБДУЛЛА АМАНТАЙ

Таш ҡала.

Әсәй ҡалды илап, айырылып,
Доға ҡылып миңә — балаға.
Мин, «тәүфиҡһыҙ»,
Төкөрөп ауылға,
«Эш ҡырырға» киттем ҡалаға.

Төйөнсөгөм йөкләп,
Ҡаптыр тундан,
Килеп индем, малай, ҡалаға.
Атаҡ, атаҡ!…
Аһа…
Ташҡа үлсәйем…
Өфө тигәндәре ошо икан.
«Аҙашырлыҡ, яман, таш ҡала» … тип,
Һөйләүҙәре ерле буш икән.
Бөгөн генә йома,
Иртән — шәмбе,
Береһе көнгә — урыҫ аҙнаһы.
Көндәр юрта шулай
Бер — бер артлы,
Асыла, ябыла ғүмер ҡапҡаһы.
Эйе,
Кисә генә ауылда,
Тальян тартып тыҡырыҡ буйында,
Әйттерешеп йөрөнөк уйында …
Йәшлектәге тупаҫ, «ҡараҡ» көндәр.

Умырылышып артта ҡалдылар.
Ҡаптыр тунлы ауыл малайын
Яңы көндәр ялмап алдылар.
Иркәләтеп йылдар итәгендә
Тәрбиәләй мине таш ҡала.
Эйе, бына ошо таш ҡала
Әйләндерҙе мине башҡаға.
Өфө, 1925й.

Добавить комментарий