Хөрмәтле дуҫтар! Аттар тураһындағы поста сыҡҡан йомаҡ — һорауҙың бер әтнәкәһе бар ине, шуға иғтибар итеүселәр булды. Ҡыҙыҡлы яуаптар алдыҡ, хатта йырҙарға таянып фараз итеүселәр ҙә табылды, тик дөрөҫ яуап булманы.
Толпарҙың да, Аҡбуҙаттың да бит ҡанаттары була.
Аҡбуҙат — башҡорт мифологияһында ҡанатлы батыр арғымаҡ, Булат ҡылыс хужаһы. (2-се фотолағы һында ҡылысы күренеп тора).
«Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары һәм ҡайһы бер әкиәттәр («Урал батыр», «Зәйнулла менән Красата») персонажы. Күктә тыуған, ерҙә һәм һыу аҫтында йәшәй ала, утта янмай, һыуҙа батмай, тояҡтары менән тауҙарҙы емерә һәм диңгеҙҙе айыра.
Толпар — башҡорт мифологияһындағы ҡанатлы ат.
Толпар — «Алпамыша батыр», «Алмабатыр менән Алмабикә», «Таҙ батыр» әкиәттәре, шулай уҡ «Алдар менэн Зөһрә», «Ҡузыйкурпәс менэн Маянһылыу», «Ҡоблан батыр», «Аҡбуҙат», «Урал батыр» эпостарының персонажы. Толпарҙар тоҡомо башлығы — Аҡбуҙат. «Тәүге баһадир аттар» легендаһына ярашлы, Толпарҙар һыу аҫты батшалығынан сыҡҡан.
Шулай итеп, беренсе фотола — башҡорт аты, икенсеһендә — Аҡбуҙат ине. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Толпар ат. Был аттарҙы Сергей Павлов тигән оҫта ижад иткән.
Бөрө ҡалаһындағы Сергей һәм Галина Павловтарҙың шәхси музейында ағастан юнып эшләнгән ат һындарының ниндәйҙәре генә юҡ! Бөрө яҡтарына юлығыҙ төшһә, мотлаҡ инеп күреп сығығыҙ!
Мәғлүмәттәр: https://ba.wikipedia.org/wiki/Толпар_(мифология); https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡбуҙат_(мифология) алынды.
