
Әхмәт Сөләймәнов.
«Атаһына оҡшай бит ул бала»
(Шағирҙың поэтик ғәдеһе)
Риф Мифтаховтың шиғырынан алынған ошо һүҙҙәрҙе бүлеккә баш итеп алыуым булды — бер хәтирә иҫкә килеп төшөүе булды. Уны шағирҙың бер туған ағаһы Нәфиҡ Файзрахман улынан ишеткәйнем мин. «Әле Рифтең юбилейын үткәрәбеҙ. Ә мин бынан теңәл алтмыш йыл булған хәлде хәтерләйем. 1939 йылдың 17 сентябрендә булды ул. Атайым менән урам яҡлап өй артында ултырабыҙ.
— Һин дә ағай булаһың бит инде, улым, — тине лә атайым. Ағай булғың киләме? — тип һорай ҡуйҙы.
— Килә, тим. Ағай булғас, ҙур кеше булам бит инде мин.
Атайыма оҡшатып, аяҡты салып тороп ултырҙым. Кендек әбейе килеп сыҡты. Килеп сыҡты ла атайыма ниҙер шыбырланы. Атай миңә ҡарап:
— Улым, һөйөнсө! Ҡустың бар, — тине лә ашығып ишек алдына атланы. Мин ни, ағай кеше, атлауымды атайымдың атлауына оҡшатырға тырышып уға эйәрҙем…»
Атаһы хаҡында һүҙ алып барғанда, Рифтың тоны үҙгәрә. Әйтерһең, Нафиҡ абзыйы аталары һымаҡ атларға иткән кеүек, ул да тырышып-тырышып тауышын атаһыныҡына оҡшатырға теләй. Был уға, уртаҡ мәсьәләне уртаға һалып, һин дә мин һөйләшеү өсөн ҡулай. Үҙ атаһының (йәғни, Рифтең олатаһының) нигеҙен һыуытмай тотоп торған атай кешегә улының ошо нигеҙҙән ситкә китеүе аңлашылып бөтмәүен, ошо хаҡта һүҙ сығырын һиҙгәндәй, шағир алдан уҡ уны тынысландырыу сараһын таба. Юҡ, сөсөләнеп, йыуатыу һүҙҙәре эҙләмәй, ә улының сит-ят ерҙәрҙә намыҫына тап төшөрмәйәсәгенә ышандырырлыҡ һүҙ таба: атаһының яҙмышына ауыр һынау алып, иле ни күреп, ни кисерһә, шуны уртаҡлашыуын әйтә: «илең менән бергә туңғанһың да, илең менән бергә янғанһың» («Атайыма», 1968). Был һүҙҙәр — бирелеүе ихтимал булған ауыр һорауҙан көнэлгәре үҙ-үҙен ҡурсалап ҡуйыуҙы ла, хәтер уятыуҙы ла төп маҡсат итмәй. Юҡ. Шуларҙың бөтәһе лә һәм улар менән генә сикләнмәү ҙә. Был һүҙҙәр — ул булған кешенең атай кешегә биргән оло баһаһы. Ҡәҙерен белеүсегә ундай баһа — орден, миҙалдарҙан ҡиммәтерәк. Ләкин, уның юлға оҙатҡанда, атай кешене ул «йүкә шына» ғына тынысландыра алмай. Һәм шағир тап ошо мәлдә иң кәрәк һүҙҙе әйтә лә:
«Атаһына бала оҡшай бит ул:
Выжданымда — ил — ир намыҫы.
Ошо ерҙең егете мин, атай,
Ул билдәләр минең яҙмышты.»
Бындай һүҙҙәр кемде ҡыуандырмаһын тиһең. Һәр ата кеүек, шағирҙыҡы ла үҙ балаларында үҙ дауамын күрергә теләй.
