Көндәлектәр.

Рәми Ғарипов көндәлектәренән…
1961, 13 май.

Төштәр…

Егерме йыл үткән,
Егерме йыл
Атай өйҙән сығып киткәнгә.
Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән
Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә…
Тик инәйем һаман төштә күрә
Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы.
— Ҡайтҡан, имеш…- тиеп,
Һөйләй — һөйләй
Һарғайҙы ул, инде ҡартайҙы…
Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап,
Төшөн һөйләй тағы…
Бер үк төш!…
— Хәс элекке төҫө,
Кейеме лә
Үҙгәрмәгән, имеш, шул килеш.
Тере микән әллә?…
Йөрөй микән
Сит илдәрҙә әллә тилмереп?…
Әллә инде уйлап ҡуя микән,
Булһа ине, тиеп,бер күреп?…
Изге төштәр!…
Һис бер юрау, яуап
Әйталмайһың һин был төштәргә…
Тик теш ҡыҫып, тағы тотонаһың
Атайҙарҙан ҡалған эштәргә.

Надя менән Салауатты концертҡа ебәрҙем дә тиҙ генә шул шиғырҙы яҙып ташланым. Кисәге инәйемдең тағын шул төшөн һөйләүе көнө буйы баштан сыҡмай йөрөнө лә яҙмайынса булдыра алманым. Надяға шиғыр оҡшаны, тәржемә итеп тә, былай ҙа уҡып күрһәттем. Ул тик аҙағын икенсерәк бөтөрөргә тәҡдим итте. «Бындай төштәрҙе беҙҙең ҡатындарға күрергә яҙмаһын ине» тигән фекерҙе әйтергә кәрәк, ти. Ләкин мин был фекер менән килешһәм дә, үҙ фекеремдә ҡалдым. Сөнки Надя әйткән фекер әйтелгән инде, күп ҡабатланған, артыҡ трафарет булып китә. Минеңсә, уны былай ҙа аңларға мөмкин.

Добавить комментарий