
Факиһа Туғыҙбаева.
«Намыҫ, иман булды йән байрағым».
…Шиғриәт — Муса Ғәли өсөн иң изге төшөнсә. Ул — шағирҙың һулар һауаһы, эсәр һыуы, һәр атҡан таңы. Шиғриәт — ҡаты ауырыуын дауалаған табип та ине. Хәстәханала ятҡанында бер мәл барып инһәм, Муса ағай, ҡыуанып, былай ти:
— Бына Хәким Ғиләжев тураһында иҫтәлек яҙып бөттөм. Яңы шиғыр яҙа башланым.
— Ағай, көс килмәйме һуң? — тим, хәтерен ҡалдырмаҫҡа тырышып. — Китаптарығыҙ исемегеҙҙе мәңгелек иткән бит инде.
Уның зәңгәр күҙҙәре миңә аптырап төбәлде :
— Йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмай бит, понимаешь?
Мин әйткәндәремдән оялып киттем.
Муса Ғәли башҡорт әҙәбиәтендәге ҡатын — ҡыҙҙар ижадына феноменаль күренеш тип һоҡланып, улар менән ғорурланып йәшәне. Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Тамара Ғәниева, Гөлнур Яҡупова, Йомабикә Ильясова һәм башҡа бик күп шағирәләр тураһында айырым мәҡәләләр баҫтырҙы. Был матурлыҡҡа һоҡланыуының бер сағылышы булғандыр, моғайын.
Матди байлыҡҡа иҫе китмәне Муса ағайҙың. Йәшлек сағындағы кеүек, сәнғәткә табынып йәшәне. Уның фатирын үҙе яһаған ағас һындар биҙәй. Шулай уҡ тотош бер бүлмәне алып торған китапханаһы хужаһының күңел байлығын һөйләп тора.
Шағирҙың итәғәтлегенә, күңел нескәлегенә хайран ҡалырлыҡ. Ҡаты ауырып киткәс, бер һөйләшеп ултырғанда, ул былай тигәйне:
— Бик һыуыҡ беҙҙең фатир. Етмәһә, һауаһы дымлы. Ауырыуым көсәйә…
— Хөкүмәттән һорап ҡарағыҙ, ағай, яңы фатир. Һеҙ бит фронтовик. Нисәмә йыл инде Башҡортостаныбыҙға хеҙмәт итәһегеҙ!
— Бик уңайһыҙ бит әле. Ғаризамды кире ҡаҡһалар, минең өсөн бик ауыр буласаҡ!
Рәхмәт Президентыбыҙға, рәхмәт хөкүмәтебеҙгә. Әҙәбиәт һәм сәнғәт кешеләренә һәр саҡ иғтибарлы улар. Муса ағайҙың борсолоуҙары ла юҡҡа ғына ине: уға матур фатир бирҙеләр.
Уйлай китһәң, был һуңғы егерме йыл эсендә ғәзиз баштар ни генә күрмәне лә, ни генә кисермәне! Ижтимағи болғаныштар Муса ағайҙың Башҡортостаныбыҙға, халыҡтар дуҫлығына, ҡәләмдәштәренә тоғролоғон бер нисек тә ҡаҡшата алманы. Ә был тоғролоҡто, шағирҙың йөрәген әрнетеп, ҡаҡшатырға тырышыусылар табылып торҙо. «Яҙмышыма хыянат итә алмайым, мин — башҡорт әҙәбиәте вәкиле, Башҡортостан тәрбиәләп үҫтергән әҙип», — тип һәр төрлө донъя болғатыусыларҙы тупһаһына ла яҡын килтермәне Муса Ғәли. Шуныһы үҙемә көлкө хәҙер: бик күп йылдар аралашып йәшәһәм дә, үҙе әйтмәйенсә, мин уның мишәр улы икәнен белмәй инем дә. Кемдең ниндәй милләттән икәнен тикшереп ултырған сағын хәтерләмәйем. Ул кешенең кешелеклегенә һәм эшләгән эшенә ҡарап баһа бирә торғайны.
Намыҫ, иман булды йән байрағым,
Өҙөлһә лә байтаҡ өмөттәр,
Улар һаман юлдар бөгөлөндә
Баҙлап янып тора кеүектәр, —
тип яҙғайны Муса Ғәли. Олуғ шағир шулай тип бөтөн ғәләм алдында әйтергә хаҡлы: ысынлап та, намыҫ, иман уның йән байрағы булды.
