Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы — Мәжит Ғафури Мемориаль йорт — музейы 14 сентябрь көнө һеҙҙе матур сараға саҡыра. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!

14 сентябрҙә Мәүлит Ямалетдиновтың күптән түгел донъя күргән «Шаңдау» исемле китабының исем туйы үткәреләсәк. Был китапты сығарыу өсөн үҙ өлөшөн индергән билдәле шәхестәрҙән тыш, күренекле ҡәләм оҫталары, әҙәбиәт белгестәре, рәссамдар, студенттар, Өфө фән һәм технологиялар университетының «Шоңҡар» әҙәби ижад берекмәһе ағзалары ҡатнашлығында үткән был сарала талантлы шағир, прозаик, драматург Мәүлит Ямалетдиновтың аҫта фотоһүрәттәре күрһәтелгән китаптарын һатып алырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ китаптың рәссамы Азамат Рәми улы Ғарипов үҙе киләсәк.




Добавить комментарий