ЗИННУР УРАҠСИН тураһында иҫтәлектәр.

Гәүһәр Зәйнуллина.
«Ғилми етәксемә мәңге рәхмәтлемен».

Һәр кешегә билдәле, һүҙлектәр төҙөү эше заман талабынан сығып башҡарыла, 90 -сы йылдарҙа Зиннур Ғәзиз улы етәкселегендә ҙур күләмле ике томдан торған «Русса-башҡортса һүҙлек» төҙөлә башланы.

1999 йылда «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы БР законы ҡабул ителеүе һәм башҡорт теленең дәүләт теле статусы алыуы телсе ғалимдар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Дәүләт телен өйрәнеү һәм өйрәтеү көн тәртибенә килеп баҫты. Шулай итеп ике телле һүҙлектәр кәрәклеге асыҡланды.

Һүҙлек төҙөүҙең тағы ла бер сәбәбе бар. Республикала башҡорт мәктәптәре күпләп асылыуға ҡарамаҫтан, телебеҙҙең байлығы барлыҡ матурлығы менән файҙаланылмай. Һөҙөмтәлә, теле ярлы, ярты һүҙен русса һөйләгән быуын үҫеп сыҡты. Был күренеш матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио аша сығыш яһаусы журналистарҙың телмәрендә лә сағыла. Шуға күрә һүҙлектәр төҙөү, милли терминологияны камиллаштырыу, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләһе менән ул саҡтағы президентыбыҙ Мортаза Рәхимов та ныҡ ҡыҙыҡһынып торҙо. Мәҫәлән фән, мәҙәниәт алдынғылары менән осрашыу тантанаһында уның ҡулынан бүләк алған арала ул минән «Русса-башҡортса һүҙлек»тең яҙмышы хаҡында ентекләп һорашты һәм уны тиҙ арала баҫтырып сығарыу кәрәклеген белдерҙе. Ул Башҡортостандың күп милләтле дәүләт булыуы, ә «Русса-башҡортса һүҙлек»тең үҙ-ара аралашыу һәм аңлашыу өсөн дуҫлыҡ күпере булып хеҙмәт итәсәге хаҡында ла әйтте. Ысынлап та ике томда донъя күргән «Русса-башҡортса һүҙлек»тең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Унда ике халыҡтың рухи байлығы тупланған. «Академик З. Ураҡсин мөхәррирлегендә донъя күргән авторҙарҙың көс-ғәйрәте һалынған, күҙ нурҙары һеңгән, йөрәк йылыһы бәреп торған был һүҙлектең юғары баһа алырына шигебеҙ юҡ», — тип яҙҙы «Башҡортостан» газетаһында бер төркөм арҙаҡлы ғалимдар (12 сентябрь, 2007 й.). Көтөп алынған һүҙлектең иғтибарһыҙ ҡалыуы шулай уҡ йәмәғәтселекте аптырашта ҡалдырҙы.

Шулай итеп, бер нисә тиҫтә йылдар буйы халҡыбыҙҙың тел байлығын бер ергә туплау, төрлө типтағы һүҙлектәр төҙөү йәғни уртаҡ шөғөл һәм уртаҡ маҡсат беҙҙе — телселәрҙе бер ғаилә кешеләре кеүек туғанлаштырҙы: ғаиләләр үҙ-ара дуҫлашты, байрамдар бергә үткәрелде, ҡайғылар ҙа, шатлыҡтар ҙа бергә булды.

Бер күңелле ваҡиға иҫтә ҡалған. 80-се йылдарҙа беҙҙең институтҡа бер юлы тиҫтәнән артыҡ фатир бирҙеләр. Күп телселәр, шул иҫәптән Зиннур Ғәзиз улы ла Достоевский урамынан фатир алыу бәхетенә иреште. Был ваҡиға барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы: хәҙер күмәкләшеп бүләк эҙләйһе генә ҡала. Беҙ был яуаплы эште Мөхәммәт Нурмөхәммәтовҡа тапшырҙыҡ, сөнки уның магазин тирәһендә таныштары күп, һатыусы ҡыҙҙар менән дә тиҙ генә уртаҡ тел таба белә. Беҙҙең теләк 12 кешелек аш сервизы ине. Ул склад хужаларынан ҡултамғалар алып, бер нисә көн йүгереп йөрөп теге бүләкте эҙләне һәм тапты.Иртәгеһенә арып — талып, бүләк йөкмәп килеп инде һәм беренсе һүҙе шул булды: фатир алыуы анһат та ул, әммә бүләк эҙләү тәҡәтте ҡорота.
Зиннур Ғәзиз улы етәксе булараҡ коллектив менән тығыҙ бәйләнештә булды. Һәр көн иртә менән кабинеттарҙа йөрөп сығып, хәл — әхүәлдәр менән танышҡандан һуң ғына, тынысланып эшенә ултырыр ине. Ғөмүмән, коллективтағы хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ул бик иғтибарлы һәм йылы мөнәсәбәттә булды. Әле күптән түгел, халыҡтың баҡсаһы, машинаһы юҡ саҡта, Зиннур Ғәзиз улының тырышлығы арҡаһында профсоюз менән берлектә пароходтар яллап ғаиләләр менән тәбиғәткә сығыу йә булмаһа автобустарҙа еләк — емеш йыйырға яландарға сығып саф һауала ял итеү ойоштора ине. Коллективтың уртаһында һәр ваҡыт Зиннур Ғәзиз улы булды. Юҡ ваҡытын бар итеп хатта ҡобайыр ансамбле менән дә бәйләнешен өҙмәне. Данлыҡлы ансамблебеҙ составында йыш ҡына сығыштар яһаны.
Хәтеремдә ҡалғандарҙы йомғаҡлап мин тағы шуны өҫтәр инем: Зиннур Ғәзиз улы асыҡ йөҙлө, йор һүҙле, йомшаҡ күңелле, көслө ихтиярлы, эшһөйәр шәхес ине.
Зиннур Ғәзиз улына мин ысын күңелдән рәхмәтлемен: ғилми етәксем булараҡ та, һүҙлектәремдең мөхәррире булараҡ та һәр ваҡыт миңә аҡыллы кәңәштәре, төплө фекерҙәре менән ярҙам итте. Уның биргән кәңәштәре хәҙерге көндә лә беҙҙең өсөн бик кәрәк һәм мөһим.

Добавить комментарий