
Фәриҙә Ғәббәсова.
«Башымды эйәм»
Кушнаренко татар педагогия училищеһын тамамлағас, 1945-1949 йылдарҙа мин Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетында белем алдым. Ул йылдарҙа беҙҙең менән байтаҡ ҡына фронтовиктар ҙа уҡыны. Улар араһында иң хәтергә кереп ҡалғандары йәш шағирҙар, яҙыусылар Ғилемдар Рамазанов, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли (аҙағыраҡ) һ. б. бар ине. Беҙгә — йәғни һуғышҡа тиклем Пушкин — Лермонтов, Туҡай — Таҡташ, Навои — Низамиҙың романтик геройҙары миҫалында тәрбиәләнгән йәштәргә — уттар-һыуҙар кискән, йәш, дәртле шағирҙар менән аралашыу ысын — ысындан гүзәл табыш ине.
Ул саҡтарҙа беҙ Пушкинды, Туҡайҙы, Таҡташты яттан һөйләй йә ҡыҙҙарға шиғыр менән хат яҙа белмәгән егеттәрҙе нисектер кәмһетеберәк ҡарай инек. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, ашау-эсеү таҡы-тоҡо ғына, өҫ-баш та бик хөрт кенә булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең рухыбыҙ көслө ине. Әҙәби кисәләр, театр, опера, балеттарға бик йыш йөрөй инек.
Ә дөйөм ятаҡта был шағирҙарҙың яңы ғына ҡәләм аҫтынан сыҡҡан, ҡараһы ла кибеп өлгөрмәгән шиғырҙарын тыңларға йыйыла инек.
Улар араһында иң ихлас йәнле, иң нескә күңелле, иң әҙәпле, иң кеселекле, иң кешелеклеһе минең яҡташым — Ғилемдар Рамазанов ине. Беҙ, йәш ҡыҙҙар, уны барыбыҙ ҙа ихлас күңелдән иптәштәрсә ярата инек…
Уның нескә, һиҙгер бармаҡтары менән маңлай бөҙрәләрен артҡа һирпеп, тәрән йөкмәткеле, ифрат теүәл рифмалы-ритмлы шиғырҙарын уҡыуы әле лә күҙ алдымда, тауышы әле лә ҡолағымда яңғырай кеүек.
Йылдар үтеп, уҡытыусы булып эшләү осоронда, төрлө кисәләрҙә, ял ваҡыттарында, сәйәхәттәр-походтарҙа мин һәр ваҡыт шиғриәт-йыр һөйөүселәр араһында була инем.
Ғилемдарҙың «Имәндәр шаулай»ын кемдәр менән генә, ҡайҙарҙа ғына йырламаныҡ икән?!
Беҙ уны Кавказда ла, Памирҙа ла, Карпат буйҙарында ла яңғыраттыҡ, «шаулаттыҡ»…
Бына ошо йырың өсөн генә лә, Ғилемдар, күңелем менән тыуған яҡтарҙың иркен яландарынан, Асылыкүл менән Ҡандракүл буйҙарынан, Ирәмәлкәй менән Ирәндеккәй итәктәренән йыйған ал гөлдәрҙе баш осона һалып, һинең гүзәл рухың алдында мин башымды эйәм…
Уйсан дуҫым, шиғырҙарың көйләп
Һин килмәҫһең инде, көтһәм дә,
Йондоҙҙарын алып зәңгәр күктең,
Үтер юлдарыңа һипһәм дә —
Һин юҡ инде…
Имәндәрең шаулай яҙҙар еткәс,
Әйтеһең дә, һине көтәләр.
Улар шулай һиңә йылдар аша
Беҙҙең сәләмдәрҙе илтәләр.
