Автор: НЛМ РБ

“Ғүмеремдең бар асылы һиндә…”

“Ғүмеремдең бар асылы һиндә…”
(Рәмил Ҡол-Дәүләттең тыуыуына 65 йыл тулыуға арнала)          Оло талант эйәһе, яҡташыбыҙ – шағир һәм драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Ҡол-Дәүләттең тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе тыуған яғында, үҙе уҡыған мәктәптә үтте. Әҙәби кисәлә БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, БР Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Рәмил Ҡол-Дәүләттең ижадташ, рухташ дуҫтары – шағирҙар Хисмәтулла Юлдашев һәм Әхмәр Үтәбай, яҡташ шағирә, журналист Гөлнара Хәлфетдинова, райондың Әсхәл Әхмәт-Хуж...
Подробнее

Рәми Ғарипов көндәлектәренән…1962 й., 11 июль

Мең - мең бәләләр менән ете йыл буйы хыялланған квартираға ордер алып ҡайттым!Күпме ғүмер, күпме көс шул квартира арҡаһында бушҡа һәләк булды!..Һигеҙ йыл буйы бергә йәшәп тә, ҡатынға бөгөнгө кеүек ҙур бүләк биргәнем булманы. Ул бүләк - ошо квартираның асҡыстары (ике асҡыс) инде.Бөтә күргәндәр, бөтә кисергәндәр артта инде. Ҡалған ғүмерҙе иҫән - һау ғына эшләп үткәрергә яҙһын!Хәҙер минең төн ултырып шиғыр яҙырға үҙ мөйөшөм бар. Ике бүлмә, кухня айырым, бөтә уңайлыҡтары менән. Тыныс буласаҡ кеүек. Тәҙрәләр эргәһенән генә урман башлана. Иң яҡшыһы шул.Ярай, ғүмерҙе яңынан башлап ҡарайыҡ.
Подробнее

ӘМИР ГӘРӘЕВ тураһында иҫтәлектәр.

Наил Ғәйетбаев."Оло йөрәкле шәхес". Әмир ағай Гәрәев менән бик үк аралашып йәшәнем, тип әйтә алмайым. Ул оло яҙыусы, ҙур урында ултыра, мин Сибайҙа йәшәгән, ҡәләмемде яңы тирбәтә башлаған йәш яҙыусы. Етмешенсе, һикһәненсе йылдарҙа "Ағиҙел" журналы биттәренә эләгеү еңелдән түгел ине, сөнки ул осор башҡорт прозаиктары бик әүҙем эшләне, бер юлы тиҫтәгә яҡын романдар ижад ителде, шуға төп журналда баҫылыу өсөн сират тәүге әҫәрҙәремде үҙ итте һәм "Ағиҙел" журналында баҫтырыуға һәр саҡ ыңғай ҡараны. Ул ғына ла түгел, 1983 йыл журналдың лауреаты итте. Был йәш яҙыусы өсөн бик оло баһа ине.Әмир аға...
Подробнее

Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы — Мәжит Ғафури мемориаль йорт — музейында билдәле журналист, шағир Нияз Сәлимовтың «Рухым — ырыҫым» ижад кисәһенә рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Подробнее

ҒИЛЕМДАР РАМАЗАНОВ тураһында иҫтәлектәр.

ҒИЛЕМДАР РАМАЗАНОВ тураһында иҫтәлектәр.
Фәриҙә Ғәббәсова."Башымды эйәм" Кушнаренко татар педагогия училищеһын тамамлағас, 1945-1949 йылдарҙа мин Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетында белем алдым. Ул йылдарҙа беҙҙең менән байтаҡ ҡына фронтовиктар ҙа уҡыны. Улар араһында иң хәтергә кереп ҡалғандары йәш шағирҙар, яҙыусылар Ғилемдар Рамазанов, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли (аҙағыраҡ) һ. б. бар ине. Беҙгә - йәғни һуғышҡа тиклем Пушкин - Лермонтов, Туҡай - Таҡташ, Навои - Низамиҙың романтик геройҙары миҫалында тәрбиәләнгән йәштәргә - уттар-һыуҙар кискән, йәш, дәртле шағирҙар менән аралашыу ысын - ...
Подробнее

ЗИННУР УРАҠСИН тураһында иҫтәлектәр.

ЗИННУР УРАҠСИН тураһында иҫтәлектәр.
Гәүһәр Зәйнуллина."Ғилми етәксемә мәңге рәхмәтлемен". Һәр кешегә билдәле, һүҙлектәр төҙөү эше заман талабынан сығып башҡарыла, 90 -сы йылдарҙа Зиннур Ғәзиз улы етәкселегендә ҙур күләмле ике томдан торған "Русса-башҡортса һүҙлек" төҙөлә башланы. 1999 йылда "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында"ғы БР законы ҡабул ителеүе һәм башҡорт теленең дәүләт теле статусы алыуы телсе ғалимдар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Дәүләт телен өйрәнеү һәм өйрәтеү көн тәртибенә килеп баҫты. Шулай итеп ике телле һүҙлектәр кәрәклеге асыҡланды. Һүҙлек төҙөүҙең тағы ла бер сәбәбе бар. Республикала башҡорт мәкт...
Подробнее

Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы — Мәжит Ғафури Мемориаль йорт — музейы 14 сентябрь көнө һеҙҙе матур сараға саҡыра. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы — Мәжит Ғафури  Мемориаль йорт — музейы 14 сентябрь көнө һеҙҙе матур сараға саҡыра. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
14 сентябрҙә Мәүлит Ямалетдиновтың күптән түгел донъя күргән "Шаңдау" исемле китабының исем туйы үткәреләсәк. Был китапты сығарыу өсөн үҙ өлөшөн индергән билдәле шәхестәрҙән тыш, күренекле ҡәләм оҫталары, әҙәбиәт белгестәре, рәссамдар, студенттар, Өфө фән һәм технологиялар университетының "Шоңҡар" әҙәби ижад берекмәһе ағзалары ҡатнашлығында үткән был сарала талантлы шағир, прозаик, драматург Мәүлит Ямалетдиновтың аҫта фотоһүрәттәре күрһәтелгән китаптарын һатып алырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ китаптың рәссамы Азамат Рәми улы Ғарипов үҙе киләсәк.
Подробнее

Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы — Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы 8 сентябрь көнө һеҙҙе матур сараға саҡыра. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы — Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы 8 сентябрь көнө һеҙҙе матур сараға саҡыра. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
8 сентября 2023 года в музее Мухаметсалима Уметбаева – филиале Национального литературного музея Республики Башкортостан открывается выставка национальных украшений “Мелодичный звон сулпы”, посвященная ко Дню национального костюма народов РБ. В этот же день пройдет мастер – класс по изготовлению “янсыҡ” (кисет). В Башкортостане стало доброй традицией отмечать День национального костюма всех народов, проживающих на нашей территории. Основной идеей мероприятия является сохранение и развитие национальной культуры народов Республики Башкортостан. Этот праздник проходит согласно Указу Глав...
Подробнее

МУСА ҒӘЛИ тураһында иҫтәлектәр.

МУСА ҒӘЛИ тураһында иҫтәлектәр.
Факиһа Туғыҙбаева."Намыҫ, иман булды йән байрағым". ...Шиғриәт - Муса Ғәли өсөн иң изге төшөнсә. Ул - шағирҙың һулар һауаһы, эсәр һыуы, һәр атҡан таңы. Шиғриәт - ҡаты ауырыуын дауалаған табип та ине. Хәстәханала ятҡанында бер мәл барып инһәм, Муса ағай, ҡыуанып, былай ти:- Бына Хәким Ғиләжев тураһында иҫтәлек яҙып бөттөм. Яңы шиғыр яҙа башланым.- Ағай, көс килмәйме һуң? - тим, хәтерен ҡалдырмаҫҡа тырышып. - Китаптарығыҙ исемегеҙҙе мәңгелек иткән бит инде.Уның зәңгәр күҙҙәре миңә аптырап төбәлде :- Йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмай бит, понимаешь?Мин әйткәндәремдән оялып киттем.Муса Ғәли башҡорт әҙә...
Подробнее