Баймаҡта яҙыусы Тансулпан Ғарипованың юбилей кисәһе үтте

 

17 октябрҙә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәге залында күренекле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың 70 йәшлек юбилейына арналған кисә булып үтте. Алыҫ араларҙы яҡын итеп яҙыусыны ҡотларға ҡәләмдәштәре Ҡәҙим Аралбай, Салауат Әбүзәр, Ринат Камал, Әхмәр Үтәбай, башҡорт телендәге журналдар мөхәррирҙәре Рәлиф Кинйәбаев, Гөлназ Ҡотоева, Мөнир Ҡунафин, Рәшиҙә Мәһәҙиева, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Ғиниәт Ҡунафин килгәйне. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры исеменән ҡотлауҙы Тансулпан Ғариповаға БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова еткерҙе. Юбилярҙы шулай уҡ Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, яҡташтары, туғандары, дуҫтары ихлас тәбрикләнеләр.

 

Добавить комментарий