Бөйөк башҡорт шағиры, сәсәне, гуманист аҡыл эйәһе, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө тантаналы шарттарҙа Туҡһанбай ауылындағы музейында башланды. Был байрамға Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, район хакимиәтенең аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге етәксеһе Лиза Сахапова, райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Махиянов, Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағир Рәшит Зәйнуллин, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, Республиканың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт, әҙәбиәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнелгән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты, данлыҡлы балалар яҙыусыһы, күренекле журналист, Миәкә районының аҫыл егете Фаҡил Мырҙаҡаев, Ш.Бабич Республика йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина, М.Аҡмулла премияһы лауреаты яҙыусы Фәнис Янышев, филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Таһир Әминев, педагогия фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Гүзәл Калимуллина, филология фәндәре кандидаты М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Гөлназ Ижбаева, М.Аҡмулла премияһы лауреаты, Туҡһанбайҙағы бөйөк шағирыбыҙҙың музей бинаһын һалыуҙа, уның тирә – яғын төҙөкләндереүҙә ныҡышмалы хеҙмәт күрһәткән, элекке « Башҡортостан» колхозы рәйесе Вәсим Хәсәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Вәкил Мурзин, Йәнәби – Урсай ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимерйән Лотфуллин, Сафар тулы булмаған урта мәктәбе директоры Зөлфиә Хужиәхмәтова, Туҡһанбай ауылының «Йәншишмә” фольклор ансамбле активистары Сәүиә Ғәниева, Флүрә Янышева, Миләүшә Ғәйнетдинова, Лира Бәҙретдинова, Айһылыу Һиҙиәтуллина, Садеева Элвира, Исламова Розалия, Сафар ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлсәсәк Насырова, Йәнәби – Урсай ауылы мәҙәниәт йорто гармунсыһы Рәлиф Насыров, Сафар мәктәбе уҡыусылары, тирә – яҡ ауыл мәхәлләре, муллалары килгәйне.
Ҡунаҡтар алдында «Йәншишмә» фольклор ансамбле йыр – бейеү менән сығыш яһаны. Музей мөдире тәүҙә М.Аҡмулланың ижады һәм тормошо тураһында һөйләне, экспонаттар менән таныштырҙы, унан һуң бал һәм сәй менән һыйланы. Сәй мәжлесенә Туҡһанбай ауыл халҡы төрлө тәмлекәстәр әҙерләп килгәйне. Рәхмәт уларға!
Байрам Сафар ауылы мәктәбендә, Миәкә район үҙәгендә дауам итте.
Мифтахетдин Аҡмулла музейы мөдире Фәнис Янышев