23 декабрҙә М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында яҡынлашып килгән  Яңы байрамына арналған башҡортса әкиәт-тамаша ойошторолдо

23 декабрҙә М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында яҡынлашып килгән  Яңы байрамына арналған башҡортса әкиәт-тамаша ойошторолдо. Сарала баш ҡаланан һәм республиканың төрлө райондарынан дүрт тиҫтәнән ашыу бала ҡатнашты. Иң башта ҡунаҡтарҙы БР Милли әҙәбиәт музейының директоры Гөлдәр Моратова сәләмләне.
Байрамға килеүсе йәш тамашасылар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ярҙамында башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп төҙөлгөн «Эт үҙенә нисек хужа тапты, йәки эт нисек йыл хужаһы булып киткән?» тигән тамаша күрһәтте. Шулай уҡ бәләкәстәр башҡортса шиғырҙар һөйләне, йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарҙы, ҡурайҙа ла уйнанылар. Төрлө костюмдар кейгән кескәй ҡунаҡтар шыршы тирәләй элек-электән киң таралған «Шыршы-ҡупшы кейенгән», «Яңы йыл килә», «Ҡыш бабай менән ҡуян», «Тышта ҡар яуа», «В лесу родилась елочка», «Маленькой елочке холодно зимой» һ.б. йырҙарҙы яратып башҡарҙы. Байрам аҙағында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уларҙың һәр ҡайһыһына яңы йыл күстәнәсе тапшырҙы.
http://tv-rb.ru/novosti/culture/in_ufa_held_a_new_year_event/

Добавить комментарий