13 июлдә М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле шағир, журналист һәм публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирек Кинйәбулатовтың ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үткәрелде. Ирек Лотфулла улының тыуыуына 80 йыл тулыу алдынан З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, БР Милли әҙәбиәт музейы һәм Ҡырмыҫҡалы районы вәкилдәренең “Яҡташтар” ойошмаһы тарафынан уҙғарылған был сарала И.Кинйәбулатовтың “Китап” нәшриәтендә ошо көндәрҙә генә донъя күргән “Бер йәшәргә тыуҙым” (төҙөүсеһе — Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай) тигән китабының исем туйы ла үткәрелде. Хәтер кисәһен Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе З.А. Әлибаев асты, артабан бер-бер артлы “Китап” нәшриәте директоры И.М. Йәндәүләтов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Илһөйәр Ғәзетдинова, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина, шағирҙың бер туған һеңлеһе Рәйсә Лотфулла ҡыҙы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, юмор һәм сатира оҫтаһы Марсель Салимов, Башҡортостан “Диңгеҙселәр” ойошмаһының пресс-секретары Р.Х.Иҡсанов, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары И.Д.Шәйәхмәтова, “Яҡташтар” ойошмаһы етәксеһе Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев шағир хаҡында йылы хәтирә-иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова әҙиптең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, шулай уҡ уның китаптарынан күргәҙмә тәҡдим итте, ә инде “Китап” нәшриәте китап һатыу ойошторҙо.