Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт — музейында күренекле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Хөсәйен улы Нәҙерғоловҡа 65 йәш тулыу уңайынан әҙәби — музыкаль кисә уҙғарылды. Сарала Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, юбилярҙың һабаҡташтары, журналистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусылары ҡатнашты. Сараны асыусы БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Г. С. Моратова, юбилярҙы тәбрикләп, уға музей менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне өсөн рәхмәт хаты һәм эксклюзив бүләк тапшырҙы. Билдәле прозаик Ринат Камал М. Нәҙерғолов менән бергә үткән студент йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашһа, юбилярҙың коллегалары — ф. ф. к. Г. Х. Абдрафиҡова, ф. ф. д. Г. Р. Хөсәйенова, Р. Ә. Солтангәрәева, Н. Ә. Хөббөтдиновалар уның ғилми эшмәкәрлегенә баһа бирҙе. Ғалимды шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре Венера Ситдиҡова, Ҡырмыҫҡалы районындағы М. Өмөтбаев музейы мөдире Зөһрә Әхмәҙиева, әҙәбиәт белгесенең хәҙерге көндәге аспиранттары — шағирә Лариса Абдуллина һәм «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре Эльвира Сафиналар тәбрикләне һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Кисәне Хима Йәнбирҙина менән һәүәҫкәр йырсы Гөлгөнә Ырыҫҡоловалар үҙҙәренең матур йырҙары менән биҙәне.