14 мартта Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле ғалим-фольклорсы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үткәрелде.
Сарала Әхмәт Мөхәмәтвәли улының яҡын дуҫы, фекерҙәше, БДУ-ның башҡорт фольклоры һәм әҙәбиәте кафедраһында оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегаһы – филология фәндәре докторы, профессор, билдәле яҙыусы-прозаик, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов; филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Әхмәт ағай менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор секторында оҙаҡ йылдар бергә эшләгән күренекле фольклорсы-ғалимә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Надршина; ғалим-педагог, филология фәндәре докторы, БР һәм РФ яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәнил Тимерйән улы Күзбәков; Әхмәт Мөхәмәтвәли улының студенты, аҙаҡ инде Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән коллегаһы, фольклорсы-ғалимә, филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова; Ә.М.Сөләймәновтың балалары — рәссам, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Йәлил Сөләймәнов; философия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының этика, эстетика һәм диндәр тарихы кафедраһы мөдире Ләйсән Итҡолова; филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббитдинова; Әхмәт ағайҙы ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем оҙата килгән тормош юлдашы — радиожурналист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың халыҡ артисы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәниә Байгилде ҡыҙы Сөләймәнова-Хәлитова, БДПУ-ның башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың мәғариф отличнигы Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы Ғәлина, БР Милли әҙәбиәт музейы директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары Илүзә Дамир ҡыҙы Шәйәхмәтова, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәм музейыбыҙҙың дуҫтары – БР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Нажиә Аллаярова, әүҙем ағинәйҙәр Альбина Исхакова һәм Наилә Үзбәковалар ҡатнашты.
Улар күренекле ғалим, фән һәм йәмәғәт эшмәкәре, коллега, талапсан уҡытыусы-ғалим, яратҡан остаз, һөйөклө атай, ҡәҙерле тормош иптәше булған Әхмәт Мөхәмәтвәли улына бәйле яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Кисәне һәүәҫкәр йырсы, күп һанлы конкурстар лауреаты Гөлгөнә Рыҫҡолова башҡарыуындағы Әхмәт Сөләймәновтың яратҡан йырҙары биҙәне. Тамашасылар иғтибарына Ә.Сөләймәнов хаҡында видеояҙма тәҡдим ителде, һәм уның фотоһүрәттәренән слайдтар күрһәтелде.

Фотогалерея: https://vk.com/mdmmgafuri?w=wall-80949146_867