Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Телде һаҡлауҙа һәм артабан үҫтереүҙә фольклорҙың һәм әҙәбиәттең роле» тигән ҙур сара үткәрелде

Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Башҡорт теле көнөн үткәреү тураһындағы» Указына ярашлы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Телде һаҡлауҙа һәм артабан үҫтереүҙә фольклорҙың һәм әҙәбиәттең роле» тигән баш аҫтында ҙур сара үткәрелде. Унда БР Башлығы эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы (БАГСУ) янында ойошторолған Йәш идарасы шәхси мәктәбененән үҙҙәренең уҡытыусылары — был уҡыу йортонда «Башҡортостан мәҙәниәте «нән дәрестәр алып барған философия фәндәре докторы, БДУ профессоры Г.Б. Вильданова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С.М. Барлыбаева, математика уҡытыусыһы Э.Ф. Рәхмәтуллин етәкселегендә килгән 3-4-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Тәүҙә балалар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең йәш китап уҡыусыларға тәғәйенләнгән әҫәрҙәре буйынса һаулыҡтары арҡаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар тарафынан эшләнгән тактиль китаптар күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республикаһы махсус китапханаһының баш китапханасыһы Т.С. Резяпкина сарала ҡатнашыусыларға бындай күргәҙмәләрҙең әһәмиәте һәм тактиль китаптар эшләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләп үткәс, һүҙ сараның ҡунағы — филология фәндәре кандидаты, БДУ — ның Сибай институты доценты, «Башҡорт әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар» исемле проект етәксеһе Г.Х.Сәмерхановаға бирелде. Әйткәндәй, ул проект ағымдағы йылда РФ Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән Грантына лайыҡ булған. Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы башҡорт телен һаҡлауҙа һәм артабан үҫтереүҙә аудиокитаптарҙың роле тураһында һөйләп үткәс, музей мөдире Ғ.М. Бүләкованың «Телде һаҡлауҙа фольклор үрнәктәрен файҙаланыу» тигән инеш сығышынан һуң, Мәжит Ғафури мемориаль йорт — музейы янында ойошторолған ҡурсаҡ театры тамашасыларға «Тирмәкәй» тигән халыҡ әкиәтен сәхнәләштереп күрһәтте.
Сара һуңында, БР Милли әҙәбиәт музейы иғлан иткән акцияға ярашлы, килгән ҡунаҡтар өсөн музей буйлап бушлай экскурсия ойошторолдо. Әйткәндәй, бындай бушлай экскурсиялар декабрь аҙағына тиклем ойоштороласаҡ, ә күргәҙмә 28 декабргә тиклем эшләй.
Беҙгә рәхим итегеҙ!

Фотогалерея

Добавить комментарий