27 ғинуар сәғәт 19:00 «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына арналған «Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!» тип аталған әҙәби — музыкаль кисә үтәсәк. БР-ҙың Милли әҙәбиәт музейы был сарала шағирҙың тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмә тәҡдим итә. Унда Рәми Ғариповтың Йыһат Солтановҡа, Әхиәр Хәкимовҡа, Ғайнан Әмиригә, Мостай Кәримгә автографтары, Абдулхаҡ Игебаевҡа, Әхиәр Хәкимовҡа яҙған хаттары, үҙ ҡулдары менән ғәрәп графикаһында яҙып, биҙәкләгән блокноттарын, төрлө йылдарҙа баҫылған китаптары, Мәскәүҙә уҡығанда Степан Злобин, Даһи Бабич менән бергә төшкән фотолары һәм башҡа экспонаттар күрһәтеләсәк. Рәхим итегеҙ!