Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Был сараға яҙыусының берҙән-бер ҡыҙы – педагог, тәржемәсе, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Хамматова, ейәнсәре – һөнәре буйынса табип, балалар өсөн сығарылған “Ал сәскә”, “Күмәс өй”, “Ҡыҙыл башлыҡ” тип аталған бик шәп китаптарҙың рәссам-иллюстраторы Алһыу Хамматова, әҙиптең бүләсәрҙәре – Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары Әйшә һәм Нәйлә Атнағоловалар, 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Басыр ҡыҙы Ғәлийәнова һәм ошо мәктәптең 10А, 10Б кластары уҡыусылары саҡырылды.
Хәтер кисәһендә шулай уҡ прозаик, шағир, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Барый Ноғоманов; шағир, ғалим, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүров; прозаик, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова; прозаик, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты Лира Яҡшыбаева; филология фәндәре кандидаты, БДУ башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының фән буйынса декан урынбаҫары Айнур Хужәхмәтов; Яныбай Хамматовтың яҡташы, мәғариф ветераны Әнүзә Йомағоловалар ҡатнашты.
Әҙәби сара Яныбай Хамматовтың тормош һәм ижад юлына арналған күргәҙмәне асыуҙан башланды. Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Г.Б. Ҡорманаева, БР Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡланған Я.Хамматовтың китаптары, шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, хаттары, фотоһүрәттәренән һәм Гүзәл Яныбай ҡыҙының ғаилә архивынан алынған әйберҙәрҙән торған күргәҙмә менән таныштырып, уның 29 февралгә тиклем эшләйәсәге тураһында белдерҙе.
Кисәне алып барыусы М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Ғ.М. Бүләкова килгән ҡунаҡтар менән таныштырып үткәндән һуң, һүҙҙе әҙәбиәт белгесе Айнур Хужахмәтовҡа бирҙе. Ул яҙыусының әҫәрҙәренә ҡыҫҡаса анализ яһап, уның башҡорт әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны тураһында һүҙ алып барҙы. Артабан Яныбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл ханым атаһы хаҡында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре, һағышлы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Хамматовтар династияһында ижад ҡомары әле лә дауам итеүен улар әҙерләгән презентация буйынса ла бик асыҡ күрергә мөмкин ине. Шулай уҡ Г.Хамматова хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы директоры булып эшләгән З.Б. Ғәлийәнованың Белорет ҡалаһындағы Я.Хамматов исемендәге гимназияла яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса башҡарған эштәре хаҡында һөйләп үтте.
Я.Хамматовтың замандаштары, уның менән бергә аралашып йәшәгән ижадташ дуҫтары Рәшит Шәкүр, Барый Ноғоманов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Лира Яҡшыбаева, Әнүзә Йомағоловалар әҙип хаҡында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ә инде яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова, бүләсәрҙәре Әйшә һәм Нәйлә Атнағоловаларҙың сығыштары аша тамашасы талантлы прозаик Я.Хамматовтың уй-хыялдары, маҡсат-ниәттәре бөгөнгө көндә лә дауам итеүен, тормошҡа ашырылыуын күрҙе.
Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткән бындай сараларҙың тәрбиәүи әһәмиәтенең бик юғары булыуын билдәләп үтте.
Фотогалерея