Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында билдәле драматург, прозаик Наил Ғәйетбайҙың Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арнап яҙылған “Бабич” романы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы уҙғарылды. Сараға билдәле ҡәләм оҫталары, әҙәбиәт белгестәре, тарихсылар саҡырылды. Улар араһында тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы Марат Ҡолшәрипов; Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Зәйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлим Хисамов; драматург һәм прозаик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев; прозаик, БР һәм РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаты Әмир Әминев; шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Тамара Юлдашева; шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Ҡарамышева; журналист, тарихсы, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет һәм Башҡарма комитеттың Совет ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Азат Ярмуллин; журналист, прозаик, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты Факил Мырҙаҡаев; драматург, “Тамаша” журналының баш мөхәррире Сөләймән Латипов; педагогия фәндәре кандидаты, журналист Ганс Хәкимов; “Тамаша” журналының бүлек мөхәррире, ҡурайсы һәм йырсы Рифат Йәмлихин; БР Милли әҙәбиәт һәм БР-ҙың Милли музейы хеҙмәткәрҙәре, Өфө ҡалаһындағы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы һанлы музыка мәктәбе уҡытыусылары ҡатнашты.
Китап уҡыусылар конференцияһын БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Моратова асып, был сараның Ш.Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы үткәрелеүен билдәләп үтте. Артабан сығыш яһаусылар Наил Ғәйетбайҙың “Ағиҙел” журналында донъя күргән “Бабич” романының идея-тематик йөкмәткеһе, художестволы үҙенсәлектәре, унда күтәрелгән проблемалар, әҫәрҙә тарихи осорҙоң сағылышы, уның хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан роле хаҡында йәнле әңгәмә ҡорҙо, авторға кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе. Уларҙың сығышы Ә.Исҡужин исемендәге 9-сы һанлы музыка мәктәбенең инструменталь ансамбле ағзалары тарафынан ҡурай, мандолина, думбыра, ҡыл-ҡумыҙҙа башҡарылған матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Конференцияла ҡатнашыусылар роман мотлаҡ айырым китап булып баҫылып сығыр, ғөмүмән, Н. Ғәйетбайҙың “Бабич” әҫәре, хәҙерге башҡорт прозаһында лайыҡлы урын алып, киләсәктә әҙәбиәт белгестәре, тарихсылар, айырым китап уҡыусылар уның тураһында үҙ һүҙҙәрен әйтер тигән уртаҡ фекергә килде.

Фотогалерея