5 мартта Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт — музейында күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған «Һүҙ һәм ҡул оҫталары» тигән күргәҙмә асылды. Мәшһүр «Ырғыҙ» романы менән, атаҡлы ҡаҙаҡ яҙыусыһы һәм ғалимы Сабит Моҡанов әйткәнсә, «үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойоп ҡалдырған» фажиғәле яҙмышлы бөйөк әҙибәбеҙ, билдәле булыуынса, төрлө ҡул эштәренә лә бик маһир булған. Быға БР Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡланған, шулай уҡ БДУ — ның Бөрө филиалындағы кабинет — музейға ҡуйылған бөйөк һүҙ
оҫтаһының үҙ ҡулдары менән тегелгән, сигелгән төрлө ҡул эштәре дәлил. Беҙҙең күргәҙмәнең төп өлөшөн Һәҙиә Дәүләтшина тарафынан ишек һәм тәҙрә башына ҡуйыу өсөн шаҡмаҡлап (с крестиком) сигеп эшләнгән ҡорған-япмаһы, сүпләп сигеү ысулы менән биҙәлгән аҡса янсығы, шәхси әйберҙәренән шәкәр онтағысы һәм сәнскеһе, зәңгәр сәскәләр сигеп тегелгән бик матур туй күлдәгенең фотокүсермәһе, ҡәләм оҫтаһының тыуған ауылындағы бер йорттоң нигеҙенән ҡаҙып алынған саман кирбес (ул да БР Милли әҙәбиәт музейының фондында һаҡлана), шулай уҡ әҙибәнең китаптары, уның ижады тураһындағы ғилми — тикшеренеү хеҙмәттәре тәшкил итә. Әйткәндәй, ҡул эштәренә маһирлыҡ Һ. Дәүләтшинаның күп кенә хәҙерге заман ҡәләмдәштәренә лә хас. Әйтәйек, «Һүҙ һәм ҡәләм оҫталары» тип аталған был күргәҙмәлә Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Тамара Ғәниева, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, билдәле шағирәләр Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева, «Киске Өфө» гәзите хеҙмәткәре, журналист Зәйтүнә Ниғмәтйәнова, йәш шағирәләр һәм прозаиктар Рәзилә Ырыҫҡужина, Фәнүзә Зөлҡәрнәева, Урания Вахитова, Зарина Бағышаева, Рәзинә Зәйнетдинова, Зөлфиә Муллағолова, Зөһрә Сафиналарҙың береһенән — береһе матур, береһенән — береһе зауыҡлы ҡул эштәре урын алған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында һүҙ оҫталары булараҡ ҡына түгел, ҡул эше маһиры булараҡ та танылыу яулаған был билдәле шәхестәрҙең үҙҙәре ҡатнашыуы, сығыш яһауы Халыҡ — ара ҡатын — ҡыҙҙар көнө алдынан үткәрелгән сараға йәм өҫтөнә йәм өҫтәне, уның тәрбиәүи әһәмиәтен, актуаллеген тағы ла арттыра төштө.
Күргәҙмә 5 апрелгә тиклем эшләй. Беҙгә рәхим итегеҙ!
Фотографии