15 сентябрь көнө, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында БР Милли әҙәбиәт музейы башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән башҡорт шағирәһе, балалар яҙыусыһы, Һ.Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл айҡанлы хәтер кисәһе ойошторҙо. Кәтибә Кәрим ҡыҙын иҫкә алырға Милли әҙәбиәт музейы етәксеһе Гөлдәр Моратова, Мәжит Ғафури йорт-музейы мөдире Гәҙилә Бүләкова, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев, К.Кинйәбулатованың туғаны Азат Кинйәбулатов, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Кунафин, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге хеҙмәткәрҙәре Роза Зиннәтшина, Рәйсә Ҡыуатова, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, журналист Миңниса Баһуманова, лимонарий етәксеһе Фәриҙә Садикова һәм Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Хәтер кисәһендә ҡунаҡтар шағирәнең ижады һәм тормошо менән таныштылар, шиғырҙарын уҡынылар, музей фондында һаҡланған К.Кинйәбулатованың фотоларын, китаптарын күрҙеләр. Башҡорт шағирәһенең рухына бағышланған кисә йылы хәтирәләргә бай булды. Күренекле яҙыусы Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Фотогалерея