Национальный литературный музей Республики Башкортостан присоединился к акции «Ночь искусств — 2020»

Добрый день, уважаемые гости, дорогие друзья! На онлайн-акции «Ночь искусств — 2020» вас приветствует директор ГБУКИ Национальный литературный музей Республики Башкортостан, заслуженный работник культуры Республики Башкортостан Муратова Гульдар Сабитовна.

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле дуҫтар! «Сәнғәт төнө — 2020» онлайн акцияһында һеҙҙе БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы сәләмләй.

#НЛМРБ#ночьискусств #ночьискусствРБ2020 #искусствообъединяет#Сәнғәттөнө2020
#ночьискусств#сәнғәтберләштерә#ночьискусствРБ2020

 

Дорогие друзья! Национальный литературный музей РБ объявляет акцию «Мой экспонат в музее»!

Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург Ҡадир Даян (1910 – 1975 ) һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тыңларға саҡырабыҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4474

 

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжми (1918 – 1999) шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңлайбыҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4475

 

Йыр-моң тулҡындарында сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Ҡолмойҙоң (1918 – 1994) шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар шәлкемен һеҙгә бүләк итәбеҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4476
БР Милли әҙәбиәт музейы сайтында Яҡуп Ҡолмойҙоң тормошо һәм ижады тураһында виртуаль күргәҙмә менән дә танышып китегеҙ: http://literatmuzey.ru/?p=4315

 

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәрим (1919 – 2005) һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4478
БР Милли әҙәбиәт музейы сайтында Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында виртуаль күргәҙмә менән танышып китегеҙ://literatmuzey.ru/?p=3878
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, башҡорт шағиры, яҙыусы, журналист Шәриф Биҡҡолов (1924 – 1995) шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңларға саҡырабыҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4480
 Дорогие друзья! Представляем вашему вниманию мастер-класс по изготовлению цветочной композиции из живых цветов — «Улыбка ноября». Ведущий — главный хранитель Национального литературного музея Республики Башкортостан Курманаева Гульнур Булатовна

 

Поздравление директора Всероссийского музея А.С. Пушкина, историка, культуролога, сценариста, заслуженного деятеля искусств Российской Федерации Сергея Михайловича Некрасова с Днем народного единства

Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Әнғәм Атнабаев (1928 — 1999) һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҙа көнөгөҙҙө йәмләр, тип ышанабыҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4485
Абдулхаҡ Игебаев – мөхәббәт, йәшлек романтикаһына дан йырлаусы лирик шағир. Уның шиғырҙарына республикабыҙҙың бик күп билдәле композиторҙары көйҙәр яҙған һәм данлыҡлы йырсылары уларҙы үҙ репертуарына алған. Был йырҙар әле лә бик популяр: «Беренсе мөхәббәт», «Йәшермәсе, иркәм», «Күңел йәшлекте һағына», «Тыуған яҡ», «Ләйсән» һәм башҡалар. Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына күп композиторҙар йыр сығарған Мостай Кәрим был турала «Абдулхаҡ Игебаевтың ижад арбаһын пар ат тартып бара. Төптә — уның ололар өсөн яҙылған шиғырҙары. Дуғаһында ҡыңғырауы ла бар. Уныһы – шағирҙың композиторҙар моң өргән йырҙары. Уларҙы беҙ ишетеп торабыҙ, зауыҡланабыҙ» — тип яҙғайны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Баймаҡ районының Күсәй ауылында тыуған. Бик иртә ата-әсәһеҙ ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педучилищеһын тамамлай. 1946 — 1950 йылдарҙа Башҡортостан педагогия институтында уҡый. 1969 — 1971 йылдарҙа — Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа. Оҙаҡ йылдар республика журналдарында һәм гәзиттәрендә: «Совет Башҡортостаны», «Кызыл таң», «Пионер», «Ағиҙел» редакцияларында эшләй.
Шағирҙың тәүге шиғырҙары республика матбуғаты биттәрендә 1948 йылда күренә башлай. 1954 йылда уның тәүге «Йәшлек йыры» шиғырҙар йыйынтығы сыға. Уның шиғырҙарына 250-нән ашыу йыр яҙылған https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4488
“Р.Ғарипов – йырсы шағир. Уның шиғырҙарын көйгә һалыу бик уңайлы. Шуның өсөн уның һүҙҙәренә моң яҙып ҡарамаған композитор юҡтыр”, — тип иҫкә ала Абрар Ғабдрахманов. Башҡортостандың халыҡ шағиры, тәржемәсе һәм журналист Рәми Ғарипов (1932-1977) шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңларға саҡырабыҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4491 
Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың (1938 – 2019) һүҙҙәренә яҙылған йырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4495
Ҡәҙерле дуҫтар! Күренекле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм әҙәби премиялар лауреаты Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов (1938 – 2016) шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңларға саҡырабыҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4499
Күренекле шағир, журналист, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мифтахов Риф Фәйзрахман улы (1939 — 2020) шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырай. Комментарий итеп башҡа йырҙарын өҫтәй алаһығыҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4500
Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләне. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу тапты.Ошо хаҡта филология фәндәре кандидаты Рафаэль Аҙнағолов: “Моң – шағирҙың яҙмышы. Моң – шағирҙың илһамы, дәрте, сәме, йәшәү ғәме”, — ти. Уның көйө килеп торған бик күп шиғырҙарына композиторҙар йырҙар яҙҙы. Әле лә сәхнәләрҙән, радио тулҡындары аша яңғырағандары (Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов, Ғәзизов, Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Артур Туҡтағолов һәм башҡаларҙың көйҙәре) башҡорт эстрада йыр сәнғәтенең быуындан-быуынға күсер ҡаҙаныштары булып тора. Шағир, балалар яҙыусыһы, драматург, журналист Сафуан Әлибав (1941-2014) шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңларға саҡырабыҙ https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4502
Дуҫтар, был шәлкемгә инмәгән, яратып тыңлаған йырҙарҙы комментарий итеп ҡалдыра алаһығыҙ.
БР Милли әҙәбиәт музейы сайтында Сафуан Әлибаевтың тормошо һәм ижады тураһында виртуаль күргәҙмә бар: http://literatmuzey.ru/?p=4295
 Друзья!
Представляем вашему вниманию видеопостановку «Сожженные письма» по мотивам поэмы Рами Гарипова.Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға Рәми Ғариповтың «Яндырылған хаттар» поэмаһына видеопостановка тәҡдим итәбеҙ!

Дорогие друзья! Представляем вашему вниманию видеолекцию «Искусство художественного слова. Сокровищница литературных наследий в НЛМ РБ», посвящённая творчеству писателей и поэтов РБ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарығыҙға «Нәфис һүҙ сәнғәте. БР Милли әҙәбиәт музейы фондының алтын мираҫы» видеолекцияһын тәҡдим итәбеҙ.

Уважаемые гости! Дорогие друзья!
Вот и подходит к концу акция «Ночь искусств — 2020» в Национальном литературном музее Республики Башкортостан в онлайн формате.
Спасибо, что были с нами!
Берегите себя и своих близких!
С наступающим праздником!
До новых встреч!

Хөрмәтле ҡунаҡтар! Ҡәҙерле дуҫтар! БР Милли әҙәбиәт музейының онлайн форматтағы «Сәнғәт төнө — 2020» акцияһы аҙағына яҡынлашты. Беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн рәхмәт!
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Яҡынлашып килгән байрам менән!
Яңы осрашыуҙарға тиклем! Һау булығыҙ!

https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_4533

Добавить комментарий