«… Әлдә ерҙә музей һаҡлап килә,
Күптәр юғалтҡанды юғалтмай.
Иҫ китерлек иҫтәлектәр йәшәй,
Ваҡыт тамғаларын уңалтмай…»
(Ирек Кинйәбулатов)
Ҡәҙерле музейыбыҙ дуҫтары! Һеҙҙең барығыҙҙы ла «Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй мәҙәни — ағартыу акцияһы сиктәрендә әҙерләнгән бай йөкмәткеле сараларға саҡырабыҙ, әлбиттә, билдәле сәбәптәр арҡаһында — онлайн. Килмәй ҡалмағыҙ! Бының өсөн бөгөн, йәғни 3 ноябрь, киске 18.00 сәғәттән һуң беҙҙең төркөмгә https://vk.com/mdmmgafuri инеүегеҙ генә кәрәк.
#МузейГафури #нлмрбмузейгафури #нлмрб #ночьискусств #сәнғәттөнө #ночьискусствРБ2020 #искусствообъединяет #КультураРБ #КультураРФ
Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе бөгөн бөтә ил буйынса онлайн — форматта ойошторолған «Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй мәҙәни — ағартыу акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ!
✍Алдан хәбәр итеүебеҙсә, беҙҙең музей быйылғы «Сәнғәт төнө»нә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл, шағирҙың улы — яҙыусы, журналист, Бөйөк Ватан һуғышы яугире Әнүәр Ғафуриҙың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған «Мин — ватансы» тигән дөйөм исем аҫтында ҙур ғына саралар программаһы әҙерләне. Шуларҙың тәүгеһе — «Мәжит Ғафури — шағир — ватансы» темаһына видеолекция. Унда һеҙ М.Ғафуриҙың 1942 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә «Фронт һәм тыл» серияһында донъя күргән һәм фронтта яугирҙәргә таратып бирелгән «Мин — ватансы» тигән шиғырҙар йыйынтығы менән таныша аласаҡһығыҙ. Рәхим итегеҙ!
✅Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Украинанан бер төркөм яҙыусы, ғалимдар Башҡортостанға эвакуациялана. Улар араһында билдәле украин шағиры, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, академик Павло Тычина ла була. Башҡортостанға килгәс, ул башҡорт телен махсус өйрәнеп, Мәжит Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады менән таныша. Павло Тычина “Мәжит Ғафури ижадында патриотизм” тигән ғилми эш яҙа. 1942 йылдың 4 мартында Украина Фәндәр академияһында был хеҙмәт буйынса махсус ултырыш үткәрелә һәм юғары баһалана. Шул уҡ йылда ул айырым китап итеп баҫтырып сығарыла.
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙең иғтибарығыҙға П.Тычинаның «М.Ғафури ижадында патриотизм» китабы хаҡында видео-лекция тәҡдим итәбеҙ.
Дорогие друзья!
В рамках программы сегодняшней #ночьискусствРБ2020 к вашему вниманию предлагаем презентацию фотовыставки в видео-формате и видеолекцию об Анваре Гафури — писателе, журналисте, участнике Великой Отечественной войны и сыне Мажита Гафури. Кстати, совсем скоро, точнее, 27 ноября исполняется ровно 110 лет со дня его рождения.
Приятного просмотра!
Продолжаем программу «Ночь искусств — 2020», посвящённую 75-летию Победы в Великой Отечественной войне, 140-летию со дня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури, 110-летию Анвара Гафури — журналиста, писателя, участника войны и сына Мажита Гафури.
✅К вашему вниманию предлагаем видеовыступление кандидата психологических наук, председателя Фонда Мажита Гафури Л.М. Камаевой на тему «Новые сведения о родственниках М.Гафури, которые участвовали в Великой Отечественной войне».
❗Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй «Сәнғәт төнө» мәҙәни-ағартыу акцияһы «Сәнғәт берләштерә» тигән дөйөм девиз аҫтында үтә. Бының шулай икәнен беҙ, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт — музейы хеҙмәткәрҙәре, үҙебеҙҙең эш тәжрибәһе нигеҙендә лә әйтә алабыҙ. Әйтәйек, бынан бер быуатҡа яҡын элек йәшәп ижад иткән Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ижадын кесе йәштәге балаларға аңлайышлыраҡ итеү, яҡынайтыу маҡсатында, беҙ бынан 4 йыл элек музейҙа ҡурсаҡ театры ойоштороп ебәрҙек. Яҡындарыбыҙ беҙгә уйнар өсөн сәхнә — ширма эшләп бирҙе, үҙебеҙ ҡурсаҡ кейемдәре тектек һәм үҙебеҙ үк «артистар» ҙа булдыҡ! Әйткәндәй, хәҙер беҙҙең репертуарҙа тиҫтәгә яҡын мини — спектакль бар. Әлбиттә, уларҙың күбеһе Мәжит Ғафури әҫәрҙәре, башлыса, мәҫәлдәре нигеҙендә ҡуйылған. Һәм беҙ ҡурсаҡ театры сығышын музейға экскурсияға килгән балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә, башланғыс, урта звено синыф уҡыусыларына тәҡдим итәбеҙ. Шул ваҡыттағы кескәйҙәр күҙҙәрендәге осҡондарҙы күрһәгеҙ ине һеҙ?! Эйе, ысынлап та, «Сәнғәт берләштерә» шул — алты йәшәрҙәрен дә, алтмыш йәшәрҙәрен дә! Башҡорт, рус, татар, сыуаш, мордва, удмурт һәм башҡа бик күп милләт вәкилдәрен дә! Әйткәндәй, иртәгә билдәләнәсәк Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән һеҙҙе, дуҫтар, туғандар! Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!
✅Шулай итеп, һеҙҙең иғтибарға — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәле буйынса видеопостановка! Тик, зинһар өсөн, артистарыбыҙға ҡарата мәрхәмәтлерәк булығыҙ, сөнки уларҙың береһе лә сәнғәт институтын тамамламаған…
Ә хәҙер, дуҫтар, уңайлап урынлашығыҙ. Шаршауҙар асыла, һәм һеҙҙең өсөн Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Салауат башҡорт драма театры тарафынан ҡуйылған «Ҡара йөҙҙәр» спектакле башлана!
☝Әйткәндәй, «Ҡара йөҙҙәр» спектакле, республикабыҙ театрҙары сәхнәләрендә бик оҙаҡ — 80 йылдан ашыу барып, меңдәрсә тамашасыларҙың һөйөүен яулаған, башҡорт театр сәнғәтенең кимәлен билдәләрҙәй тамаша ул!
Килегеҙ! Ҡарағыҙ!