📌Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында https://vk.com/shagitkhudaiberdin Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «БЕҘ ЙӘШӘГӘН ЕР» тип аталған күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә яҙыусының шәжәрәһе, фотолары, китаптары, шәхси әйберҙәре менән танышырға мөмкин.
✍🏻 Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле башҡорт прозаигы Рәшит Ғимран ул Солтангәрәев 1935 йылдың 25 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл китапхана мөдире, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй.
1953-1958 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, республиканың радио һәм телевидение студияһында мөхәррир була. 1965-1970 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып эшләй.
1970-1971 йылдарҙа Яҙыусылар союзының тәҡдиме буйынса, «Өфөнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында оҙайлы ижади командировкала була.
1973-1975 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый һәм «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.
1978-1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант була. 1984 йылдан вафатына тиклем «Ағиҙел» журналы редакцияһында эшләй, 1989 йылға тиклем баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан баҫманың проза бүлеген етәкләй.
Әҙип 2000 йылдың 5 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.
Күргәҙмә менән яҡынданыраҡ Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 20 (Новомостовая, 20 ) адресы буйынса урынлашҡан Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында таныша алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ!
Фотогалерея: https://vk.com/mdmmgafuri?w=wall-80949146_5373