12 май көндө Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Һуғыш урлаған бала саҡ” исеме аҫтында хәтер кисәһе үткәрҙе. Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған сара йәш быуынды һуғыш осоро балалары менән осраштырҙы. Һуғыш осоро балалары һәм ҡунаҡтар: шағир, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәшит Шәкүров; яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Барый Ноғоманов; Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Аралбаев; яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрит Вахитов; шағирә һәм прозаик Дилә Булгакова; шағир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Хәкимйәнов; яҙыусы-фронтовик Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы Һөйөклө Ибраһимова; шағирә, журналист, балалар яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Ҡотлогилдина; журналист, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова; журналист, БР Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Миңниса Баһуманова; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова; Ф.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 5-се синыф уҡыусылары һәм уларҙың уҡытыусылары Лариса Мортазина. Хәтер кисәһен БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова асты. Быйыл 85 йәшен билдәләгән яҙыусы Барый Ноғомановты тыуған көнө менән ҡотлап, уға сәскә гөлләмәһе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Яуҙа ҡорбан булған һәм һуғыштан һуң тыуған ерендә ауыр яраларҙан вафат булған батырҙарҙың рухын иҫкә алып улар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Кисәне алып барыусы Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Эльмира Хәйбулина һуғыш осоро балаларына һәм ҡунаҡтарға һүҙ бирҙе. Улар бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған атайҙарын, ағайҙарын иҫкә алдылар, үҙҙәренең шиғырҙарын уҡынылар. Яҙыусы-фронтовик Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы Һөйөклө Ибраһимова атаһының яу ҡырында яҙған көндәлеге менән таныштырҙы.Күренекле журналист Фәрит Вахитов Бөйөк Ватан һуғышына арнап сығарылған «Аҡ аманат – һалдат хаттары» китабын БР Милли әҙәбиәт музейына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа автограф менән тапшырҙы. Балалар яҙыусыһы Зөһрә Ҡотлогилдина «Һуғыш балалары – тарих яралары”, «Һуғыш яралаған бала саҡ” китаптарын Милли әҙәбиәт музейына бүләк итһә, шағирә Дилә Булгакова уҡыусыларға һәм М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына автограф менән “Бәби буласым килә” китабын бүләк итте. Ф.Мостафина исемендәге 20-се һанлы гимназияның 5-се синыф уҡыусылары һуғыш быуыны балалары алдында шиғырҙар һөйләнеләр, матур теләктәр әйттеләр. Хәтер кисәһенә килгән ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышына арналған бай күргәҙмә менән таныштылар. Был сара уҡыусыларҙың һәм һуғыш быуыны балаларының күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр. БР Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторған ошондай саралар йәш быуынды билдәле шәхестәр менән таныштыра, уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләй.
Фотогалерея