Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт — музейында Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары осрашыуы үтте

Дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында Башҡортостанға килгән Татарстан әҙиптәре, башҡорт яҙыусылары һәм республикабыҙ баҫмаларының баш мөхәррирҙәре ҡатнашлығында Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт — музейында 24 июндә мәртәбәле ҡор үтте. Ике туғандаш республиканың күренекле әҙиптәре ҡатнашҡан сараны уны ойоштороу өсөн ҙур көс һалған талантлы прозаик, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов алып барҙы.

Фотогалерея

Добавить комментарий