2 ноябрҙә М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа 75 йәш тулыу уңайынан осрашыу ойошторолдо. «Быуындар бәйләнеше» тип исемләнгән сарала юбиляр үҙе, уның ҡәләмдәштәре Таңсулпан Ғарипова, Айгиз Баймөхәмәтов, шулай уҡ «Шоңҡар» (БДУ), «Тулҡын» (М.Аҡмулла исемендәге БДПУ) әҙәби берекмәләре ағзалары ҡатнашты. Кисә барышында йәштәр ижад емештәре менән уртаҡлашты, рухлы йырҙар башҡарҙы. Ҡәҙим Аралбаев килеүселәргә изге теләктәрен еткереп, шиғырҙар уҡыны.