Һәр халыҡтың үҙ йолалары була. Беҙҙең яҡтың да үҙебеҙгә генә хас, хәтерҙә ҡалырлыҡ традициялары бар. Декабрь көндәрендә беҙҙә, Миәкә ерендә, данлыҡлы яҡташыбыҙға арналған Аҡмулла көндәре үткәрелә. Быйыл да 14 декабрҙә Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған тантана үткәрелде. Был тантана Туҡһанбай ауылындағы Аҡмулла музейынан башланды. Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р.Алтынбаев, Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Атанғолова, район хакимиәтенең аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге етәксеһе Лиза Сахапова,...
Подробнее