27 сентябрҙә Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһында күренекле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың 70 йәшлек юбилейына арналған «Изге ғәмәлдәрең» исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сараның башында экранда юбилярҙың тормошо һәм ижады тураһында слайдтар күрһәтелде.
Таңсулпан Ғарипованы ҡотларға килеүселәр араһында уның ҡәләмдәштәре, уҡыусылары, дуҫтары һ.б. булды. Улар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, юбилярға тәбрикләү һүҙҙәрен, яҡшы теләктәрен еткерҙе.
Ҡунаҡтар араһында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Рәнис Алтынбаев, БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова булды. Сараны ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Моратова, БР яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев та Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына йылы теләктәрен еткерҙе. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назарҙан һуң ҡотларға матбуғат хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Рәлиф Кинйәбаев, Тамара Искәндәриә, Мөнир Ҡунафин, Гөлназ Ҡолһарина, Рәшиҙә Мәһәҙиева һ.б. юбилярҙың журналистикаға индергән өлөшө хаҡында әйтте. Башҡортостандың З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева Т.Ғарипованы ҡотлап, уның яңы ғына донъя күргән китабын бүләк итте. Шулай уҡ яҙыусылар Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Ринат Камал, Сабир Шәрипов, Миңлегөл Хисамова, Флүр Ғәлимов, Әхмәр Үтәбай һ.б. сәхнәгә сыҡты. Студенттар исеменән БДУ-ның “Шоңҡар”, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Тулҡын” әҙәби ижад берекмәләре старосталары Заһит Ғүмәров һәм Айбулат Сисәнбаевтар сығыш яһаны.
Сара барышында Таңсулпан Ғарипова һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғыраны, уның әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде. Артистар Ф.Килдейәрова, А.Бәхтиева, Р.Хайсаров, Р.Динмөхәмәтова, А.Лоҡманова, Г.Әмирова, А.Моратов һ.б. һәр сығышы сараға айырым биҙәк өҫтәне.