Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры – М.Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында 2015 йылдан башланғыс алған йәш әҙәбиәтселәр осрашыуы үтте. Йолаға әйләнгән был сара быйыл “Шиғриәт һуҡмағында” тип исемләнде һәм Йәш әҙәбиәтселәр семинары форматында ойошторолдо. Унда “Шоңҡар” (БДУ), “Тулҡын” (М.Аҡмулла исемендәге БДПУ), “Ашҡаҙар” (БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы), “Инеш” (БДУ-ның Сибай филиалы), “Бөрөләр” (БДУ-ның Бөрө филиалы) әҙәби берекмәләре ағзалары ҡатнашты. Башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә осрашыу барышында йәштәрҙең ижад емештәре ҡаралды.
Сараны ғилми хеҙмәткәр, йәш шағирә О.Әхмәтрәхимова алып барҙы. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, М.Ғафури Мемориаль йорт-музейының етәксеһе С.Низаметдинова сығыш яһаны. Яҙыусылар берлегенең идара рәйесе урынбаҫары Р.Зәйнуллин йәштәрҙе әүҙемерәк булыра саҡырҙы. Артабан студенттар үҙҙәре менән таныштырып, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Танылған шағирҙар һәм яҙыусылар Д.Шәрәфетдинов, Ә.Үтәбәев, М.Ҡунафин, Л.Ҡәйепова, Ф.Аҡбулатова, М.Ҡаһарманова, З.Фәйзуллина һәм әҙәбиәт белгестәре Ғ.Бүләкова, И.Янбаев, А.Үтәйев, Н.Ласыновалар йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең яҙмаларына анализ яһаны. З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хеҙмәткәре Р.Солтаҡаева «Йәштәр тауышы» серияһы тураһында һөйләне.