20 мартта Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Киров районы инвалидтар ойошмаһы ағзалары ҡунаҡта булып китте. Улар музей буйлап экскурсия яһағандан һуң, теләктәр һәм тәҡдимдәр кенәгәһендә үҙҙәренең фекерҙәре менән дә уртаҡлашты :»20 март көнө беҙ, Киров районы инвалидтар ойошмаһы ағзалары, Мәжит Ғафури музейына экскурсияға килдек. Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Гөлнур Булатовна Ҡорманаева беҙгә бик тә оҫта һәм ентекле итеп республикабыҙҙың тәүге халыҡ шағирының тормошо һәм ижады тураһында һөйләне. Хөрмәтле яҙыусыбыҙ, яҡташыбыҙҙы яңынан иҫкә алып, ҙур ғорурлыҡ хисе менән һәр залдағы бай экспонаттар менән танышып сыҡтыҡ. Шундай бөйөк шәхестәребеҙҙе тыуҙырған Башҡортостаныбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Мәжит Ғафури йорт — музейының республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылауға ентекле әҙерләнгәне күренеп тора. Теләгем шул: билдәле шәхестәребеҙ онотолмаһын, уларҙың изге эштәрен лайыҡлы дауам итергә кәрәк. Музейҙың асыҡ йөҙлө, иғтибарлы, үҙ эштәрен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ойошма исеменән Хоҙайғолова Ҡәҙриә Фәтхелислам ҡыҙы.»
Ойошма исеменән Хоҙайғолова Ҡәҙриә Фәтхелислам ҡыҙы.»