Мин үҙемә тиңһеҙ һәйкәл һалдым,
Бындай йәдкәр ерҙә юҡ әле.
Мәғрурлығы менән ул дан тотҡан
Барлыҡ һәйкәлдәрҙән юғары.
Юҡ, мин үлмәм, был исемем ҡалыр
Сихри йырым һалған тамғала.
Йәшәр минең даным, был донъяла
Тик бер генә шағир ҡалһа ла.
Мине иҫкә алыр барлыҡ Рәсәй,
Яңғырармын төрлө телдәрҙә.
Минең менән ғорурланыр славян,
Тунгустар ҙа, ҡалмыҡ, финдар ҙа.
Игелекле йырым һәр халыҡтың
Күңелендә булыр ҡанатлы.
Сөнки данланы ул азатлыҡты,
Кәмһетелгән йәнде яҡланы.
Дан тажына, шағир, һис ҡыҙыҡма,
Илаһи Моң илтә юлыңдан.
Маҡтау, ғәйбәттәрҙе гел урап үт,
Һәм йыраҡ бул иҫәр дуҫыңдан.
А.С. Пушкин
(Әнисә Таһирова тәржемәһе)
Бөгөн, 18 апрель, Халыҡ-ара һәйкәлдәрҙе һәм тарихи урындарҙы һаҡлау көнө. ЮНЕСКО ҡарары буйынса, 1984 йылдан алып йыл һайын билдәләнеп килгән был байрам кешелектең мәҙәни мираҫына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатынан сығып үткәрелә. Был көндә, ғәҙәттә, күп һандағы мәҙәни-ағартыу саралары үткәрелә, тарихи урындарға айырым иғтибар бүленә. Ошо уңайҙан Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ла “Мин үҙемә тиңһеҙ һәйкәл һалдым…” тигән күргәҙмә асылды. Унда күренекле башҡорт һүҙ оҫталарына төрлө дәүерҙә ҡуйылған һәйкәлдәрҙең фоторепродукциялары һәм уларға аннотациялар урын алған. Күргәҙмәгә шулай уҡ музейҙың төп фондында һаҡланған Башҡортостандың һәм Татарстандың тәүге халыҡ шағирҙары М.Ғафури (скульпторы — Л.Кербель, архитекторы — Л.Хихлуха) һәм Ғ.Туҡай бюстары ла ҡуйылған. Әйткәндәй, Татар дәүләт “Нур” театры алдында ҡәрҙәштәребеҙҙең бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡайға ҡуйылған һәйкәлдең тап бөгөн асылыуы осраҡлы түгел: беренсенән, беҙҙең республикала Татарстан Республикаһы көндәре гөрләп барһа, икенсенән, Ғ.Туҡай тап ошо апрель айында тыуған, өсөнсөнән, һәйкәлде асыу тантанаһы Халыҡ-ара һәйкәлдәр көнөнә тап килде.
Күргәҙмәне асыуҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы студенттары (етәкселәре — башҡорт теле уҡытыусыһы Боҫҡонова А.Ә.) ҡатнашты. Сарала студенттарға башҡорт яҙыусыларына ҡуйылған һәйкәлдәр һәм бюстар тураһында ентекле мәғлүмәт бирелде. Шулай уҡ ҡунаҡтар М.Ғафури менән Ғ.Туҡай араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, уларҙың Өфөлә осрашыуы һәм Сәйфи Ҡудаштың ошо ваҡиға айҡанлы яҙылған “Яҙҙы ҡаршылағанда”(1930) повесы хаҡында тулы мәғлүмәт алды.
Фотогалерея: https://vk.com/nlmrb?w=wall-66773949_2115