Һәр халыҡтың үҙ йолалары була. Беҙҙең яҡтың да үҙебеҙгә генә хас, хәтерҙә ҡалырлыҡ традициялары бар. Декабрь көндәрендә беҙҙә, Миәкә ерендә, данлыҡлы яҡташыбыҙға арналған Аҡмулла көндәре үткәрелә.
Быйыл да 14 декабрҙә Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған тантана үткәрелде. Был тантана Туҡһанбай ауылындағы Аҡмулла музейынан башланды. Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р.Алтынбаев, Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Атанғолова, район хакимиәтенең аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге етәксеһе Лиза Сахапова, райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Махиянов, Аҡмулла премияһы лауреаттары: филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Ә.Х.Вилданов, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, танылған һынлы сәнғәт оҫтаһы Р.М. Абдуллин, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Г.А.Юнысова, «Ихлас» мәсете имам-хатибы М.М. Ғәлләмов, М.Аҡмулла премияһы лауреаты, В. Ғ.Хәсәнов быйылғы лауреат Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте ветераны Ғ.Ғ.Ғәлиева, нәшриәт ветераны Д.Ғ. Мырҙаҡаева, нәшриәт мөхәрирҙәре А. Ғәлимова, А.А. Вәлиева, Йәнәби – Урсай ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимерйән Лотфуллин ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы Миәкә районы Сәфәр төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар алдында «Йәншишмә» фольклор ансамбле йыр – бейеү менән сығыш яһаны. Аҡмулла бюсына сәскәләр һалғандан һуң, ҡунаҡтар шағир – мәғрифәтсенең музейына инделәр, музей мөдиренең һөйләүен тыңланылар, үҙҙәренең мәғрифәтсе тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаштылар, автографтарын ҡалдырҙылар. «Туҡһанбай-Аҡмулла төйәге» күргәҙмәһен ҡаранылар. Унда Туҡһанбай ауылы тарихы, Аҡмулла төйәгенә ҡағылышлы китаптар, фотоһүрәттәр менән таныштылар. Район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов үҙ сығышында:
– Быйыл Аҡмулланың тыуған көнө башҡорт теленең тыуған көнө булараҡ билдәләнә. Ошо ваҡиға менән барығыҙҙы ла ҡотлайым! Төрки халыҡтарҙы берләштереп, үҙенең мәғрифәтселек усағы эргәһендә аң-белемгә ынтылғандарҙы туплаусы ул- Мифтахетдин Аҡмулла, – тине.
Байрам Сафар ауылы клубында, Миәкә район үҙәгендә дауам итте.

Фотогалерея